Тырыштар маҡсатына ирешә
02 октября 2013 йыл | Йәмғиәт

Тырыштар маҡсатына ирешәЭшҡыуарлыҡтың йылдан-йыл нығыраҡ үҫеш ала барыуы ҡыуаныслы. Теләге булған, ҡулынан килгән кеше, әйҙә, үҙ аллы эшләһен, етеш тормошта йәшәһен – республикабыҙҙа бының өсөн киң мөмкинлектәр булдырылған. Хәҙерге заманда ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, йүнсел булыу, маҡсатыңа ирешеү өсөн тәүәккәллек, ышаныслы аҙымдар менән алға барырға кәрәк, һәләтеңә, мөмкинлектәреңә ҡарап дөрөҫ йүнәлеш алыу ҙа мөһим. Районыбыҙҙа сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, тауар етештереү өлкәләрендә йүнселдәрҙең өлөшө ҙур.

Нимә борсой?
02 октября 2013 йыл | Шылтырат!

Аҙналар буйы гәзит килмәй
Беҙ, Йөҙимән, Имәнлек, Уҫман ауылы халҡы, Йөҙимәндәге почта бүлексәһе ябылғандан бирле, гәзит-журналдарҙы ваҡытында алып уҡый алмайбыҙ. Мобиль почта машинаһын да йүнләп күрә алмайбыҙ. 5-10 минут торамы-юҡмы, китә лә бара. Төрлө түләүҙәрҙе түләй алмай ҡаңғырабыҙ.  Бына үткән аҙнала гәзиттәрҙе бер аҙнаға һуңлап алдыҡ.

Һәр гектар 400 центнер уңыш бирә
02 октября 2013 йыл | Ауыл хужалығы

 Һәр гектар 400 центнер уңыш бирәСөгөлдөрсөләрҙең үҫтерелгән уңышты ҡаҙып ала башлауын ғына көткәндәй, һуңғы көндәрҙә йыш яуа башлаған ямғырҙар эшкә тотҡарлыҡ яһап, артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырһа ла, баҫыуҙарҙа эш туҡталмай. Ямғырҙан һуң ерҙең саҡ ҡына елләгәнен дә көтмәй комбайндар баҫыуға сыға. Һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша сөгөлдөрсөләр, сөнки көҙгө көнгә ышаныс юҡ, һауа торошоноң әлегенән дә насарыраҡ булып боҙолоп китеүе лә бар бит. Шуға ла "Зенит” крәҫтиән (фермер) хужалығында ла  көндө төнгә ялғап комбайн, тракторҙар баҫыу иңләй.

Конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ!
02 октября 2013 йыл | Йәмғиәт

Октябрҙә "Йәш ғаилә - 2013” конкурсы үтәсәк. Ғаилә статусын һәм ғаилә тормошоноң абруйын күтәреү был конкурстың төп маҡсаты булып тора һәм унда йәштәре 35-тән уҙмаған, 14 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр ҡатнаша ала.

Йәрминкәләр көтә
02 октября 2013 йыл | Йәмғиәт

Муниципаль район Хакимиәте ауыл хужалығы предприятиеларын, мәктәптәрҙе, ойошмаларҙы һәм барлыҡ район халҡын йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3