Юл йөрөү фажиғә менән тамамланмаһын
09 ноября 2013 йыл | Хоҡуҡ

Республика, район юлдарында юл-транспорт фажиғәләре, кешеләр ғүмере өҙөлөүе хаҡында йыш ишетәбеҙ. Уларҙың күпселегендә водителдәр ғәйепле булып сыға. Ирекһеҙҙән, ҡасан водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, закондарҙы һанға һуға башлар икән, тигән һорау тыуа. Был һорауҙарға ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы, милиция майоры Жәлил Әнүәр улы ҒӘЙНУЛЛИН яуап биреп, юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәбе һәм эҙемтәләре хаҡында һөйләй:

Байрам концерты
09 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошондай уҡ байрам концерты Бурлы һәм Байымбәт ауылдарында ла бик күркәм үтте.

Байрам концерты күршеләр менән
09 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шәмбе көн мәҙәниәт йортонда 4 ноябрь Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған бай йөкмәткеле концерт үтте. Иғланда:  "Ҡурғашлы һәүәҫкәрҙәре лә сығыш яһай”,- тиелгәс, һәр кем ҡыҙыҡһыныу менән клубҡа ашыҡҡандыр.

Маҡтауға лайыҡ эштәре
09 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Айҙың һуңғы сиреге, кистән үк ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә. Көндәр болотло торғанлыҡтан, йондоҙҙар емелдәүе лә асыҡ күренмәй. Ошо мәлдә мәҙәниәт йортобоҙҙоң барлыҡ тәҙрәләрендә уттары, ерҙәге йондоҙҙай балҡып, үҙенә саҡырып тора.
Уның алды үҫмер, йәш-елкенсәк, егет-ҡыҙҙар менән тулы. Тәртипһеҙләнеп, ауыҙына тәмәке ҡабып, хәмер-һыра эсеп, шешә тотоп торғандар юҡ. Әллә ҡайҙан һаулыҡ ҡушып, байрам менән ҡотлап, оло йәштәгеләргә юл биреп, ихтирам күрһәтеп торалар. Күрше Үзбәк ауылынан килгән йәштәр ҙә байтаҡ. Бик үҙенсәлекле күренеш. Баҡһаң, Берҙәмлек көнөнә арнап, күрше ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары бер бөтөн булып ауыл халҡына байрам сараһы әҙерләгән икән.

“Көҙгө урманға сәйәхәт”
09 ноября 2013 йыл | Мәғариф

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенә ҡараған балаларға мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәрендә 75 бала тәрбиәләнә. Үҙ эштәренең оҫталары, тәжрибәле тәрбиәселәре өлкән тәрбиәсе Венера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина, Люциә Рәсүл ҡыҙы Ғәниева, Мәрзиә Миңнәхмәт ҡыҙы Вәлиева, Зимфера Хөрмәтулла ҡыҙы Мәжитова, Миңһылыу Әсәҙулла ҡыҙы Абдуллина балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалалар, төрлө мауыҡтырғыс саралар үткәреп, кескәйҙәр тормошон йәмлерәк итәләр. Яҡын көндәрҙә тағы ике төркөм асылып, тәрбиәселәр 40 баланы ҡабул итеп аласаҡтар.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4