Эштән ул ҡәнәғәтлек кенә кисерҙе
30 ноября 2013 йыл | ---

Эштән ул ҡәнәғәтлек кенә кисерҙеҺайлаған һөнәрен яратҡан кеше, ғәҙәттә, ниндәйҙер наградаға, йә дәрәжәле исемгә өмөт итеп түгел, хеҙмәтенән йәм табып эшләй, ошоларҙан күңеленә рәхәтлек алып йәшәй. Табын ауылында йәшәүсе  Ихия Сабирйән улы Муллагилдин да, үткәндәргә әйләнеп ҡарай ҙа, ғүмеренең эш тип янып үткән йылдарын һағынып, ғорурланып иҫкә ала. Әлбиттә, тормош бит ул, төрлө саҡ булды. Әммә ҡыйынлыҡтарға бирешмәне Ихия ағай, һәр ҡушылған эште еренә еткереп, намыҫлы башҡарҙы, шуға ла коллективта ғына түгел, уны белгән кешеләр алдында ихтирам, хөрмәт яуланы. 44 йыл дөйөм эш стажының дүрт тиҫтә йылға яҡыны руль артында, район юлдарында үтте. Хужалыҡтарға командировкаларға йөрөнө. Тимәк, район ауылдарында уны белмәгән кеше, заманында һирәк булғандыр.

“Балам тиеп тибә йөрәгем…”
30 ноября 2013 йыл | ---

Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.
Изге, күркәм байрам - Әсәйҙәр көнөнә арнап, Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәге артистары мәктәп уҡыусылары менән берлектә "Балам тиеп тибә йөрәгем…” тип исемләнгән байрам концерты ойошторҙо.

Ғаилә тигән йондоҙлоҡ…
30 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Ғаилә тигән йондоҙлоҡ…Ғаилә - тормоштоң  нигеҙе лә, йылы усаҡ та. Ул ни тик-
лем ныҡ булһа, йылыһы ла шул тиклем. Районда йыл да уҙғарылып килгән "Йәш ғаилә” конкурсы быйыл да шаулап-гөрләп уҙҙы. Һәр ваҡыттағыса, унда үҙҙәре яҡҡан ғаилә усағын дөрләтеп йәшәгән, һау-сәләмәт һәм зирәк балалар үҫтергән, тирә-йүндәгеләр өсөн өлгө булып торған ғаиләләр ҡатнашты.

Икмәк булһа, йыр ҙа була
30 ноября 2013 йыл | Мәғариф

Икмәк булһа, йыр ҙа булаӘле ҡасан ғына саң борхотоп, баҫыу иңләгән, иҙелгән батҡаҡта бата-бата сөгөлдөр уңышын ҡаҙған комбайндар эштәрен теүәлләп, гаражға ҡайтты. Бушап ҡалған баҫыу-ҡырҙа көҙгө елдәр генә бураҙналарҙа йүгереп игенсене эҙләй һымаҡ. Ә игенсе, еңел булмаған хеҙмәтенең осона сығып, уңышын барлай, түгелгән көсө өсөн хөрмәт татый.
Тап ошо осорҙа Үзбәк мәктәбендә игенселәрҙе саҡырып, баҫыу батырҙарына ихтирам һәм хөрмәт күрһәтеп, уңыш байрамы үткәреү матур йолаға әйләнеп бара.

Һаҡланғандар имен ҡалыр
30 ноября 2013 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Бындай күңелле булмаған иҫтәлекле дата, ВИЧ/СПИД эпидемияһының киң ҡолас менән таралыуын туҡтатырға кәрәк тигән иҫкәртеү булараҡ, 1988 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан булдырыла.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16