Һәр саҡ закон һағында
30 ноября 2013 йыл | Хоҡуҡ

Эске эштәр органдары структураһында Участковыйҙар хеҙмәте иң өлкәне булып тора. Ноябрҙә был төр хеҙмәт барлыҡҡа килеүгә 90 йыл тулды. Ошо уңайҙан район полиция бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы, полиция майоры Илшат Хәлит улы Кинйәбулатовтан эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләүен һораныҡ. Һүҙ – уға:

Асыҡ тыңлау була
30 ноября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

11 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да район Хакимиәтенең ултырыштар залында (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт) Башҡортостан Республикаһы Ғафури ра-йоны муниципаль район Советының Табын ауыл советы ауыл биләмәһенең генераль планын раҫлау тураһында ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау була.

Әсәләргә мәҙхиә йырланды
30 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Әсәләргә мәҙхиә йырланды22 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Был сарала район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Альбина Ғәзизова, күп балалы әсәләр, 50-55 йыл татыу ғүмер итеүсе ғаилә парҙары, йәш әсәләр, игеҙәк бала тапҡан әсәләр ҡатнашты.

Биләмә башлыҡтары өсөн уҡыу ойошторолдо
30 ноября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Биләмә башлыҡтары өсөн уҡыу ойошторолдо26 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында БР ауыл биләмәһе башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһе булып үтте. Уның эшендә "БР муниципаль берәмектәр союзы" ассоциацияһы башҡарма директоры Р.А.Исхаҡов, район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Флүр Ибраһимов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары – күҙәтеү эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Марат Латипов, БР Президенты Хакимиәтенең граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығы начальнигы урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, БР Президенты эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Нина Филиппова, Ауырғазы, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Ғафури райондарының ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары, янғын күҙәтеү бүлеге начальниктары ҡатнашты.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
30 ноября 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* 28 ноябрҙә мәктәп директорҙарының семинар-кәңәшмәһе үтте.
* Дүшәмбе көндө, йәғни 2 декабрҙә район мәктәптәренең башланғыс класс уҡытыусылары һәм директор урынбаҫарҙары өсөн "Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының тәүге һөҙөмтәләре, перс-пективалары” тигән тема бу-йынса фәнни-практик семинар үтә. Унда Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәренең дә ҡатнашыуы көтөлә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16