Халыҡ моңон халыҡҡа еткереүсе
23 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Туймазы ҡалаһында халыҡ йы-ры башҡарыусыларҙың "Оҙон көй” халыҡ-ара конкурсы булып үтеүе, унда яҡташыбыҙ, Красноусол ауы-лынан Рәмил Сәйфуллиндың оло еңеү – "Гран-при” яулауы хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Уның хаҡында күберәк белеү һәм конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашыу маҡсатында уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Президент стипендиаты
23 ноября 2013 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Президент стипендиатыӘлиә Байшөгөрова Ҡарағай мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Әле БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында, филология факультетының 5-се курсында уҡый. Тырыш ҡыҙ университетта ла тик "5”-ле билдәләренә  өлгәшә. Һәр төрлө сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. 2013-2014 уҡыу йылы Әлиәгә ҙур уңыштар алып килде: ул Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты булды.

Ат йөрөтмәй – юл йөрөтә әҙәм балаһын
23 ноября 2013 йыл | Хаттар

Матур кейем, ҡәҙерләп, бөхтәләп кейеп йөрөтмәһәң, ыҫпайлығын юғалта, таушала. Бер өҙлөкһөҙ йөрөгән юлдарыбыҙ ҙа, ҡарап төҙөкләндереп тормаһаң, ашала, туҙа (хатта ҡая таштар ҙа ваҡыт уҙыу менән емерелеп төшә бит).

Эшләп үткән ғүмер
23 ноября 2013 йыл | Хаттар

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, үҙ гүзәллеге. Ҡыш көндәре тәбиғәт үҙенсә матур, йәй үҙенсә. Һалҡын елле, ямғырлы көҙҙә лә, йылы нурҙары менән иркәләгән яҙҙа ла ҡабатланмаҫ сихри гүзәллек. Әммә тәбиғәт хозурлығын, миҙгелдәр матурлығын кеше тик тыуған яғында ғына күрә һәм тоя алалыр. Мәҫәлән, Үтәк ауыл биләмәһенә ҡараған беҙҙең Туғай ауылы тәбиғәтенән дә илһам алырлыҡ. Төньяғынан уны Егән йылғаһы урап үтһә, көньяғында бейек ҡалҡыулыҡтарҙа ҡуйы урман. Көнсығышында ялан-ҡырҙар иртәнге ҡояш нурҙарында иркәләнә. Йылға буйында, ҡыуаҡтарҙа һайраған ҡоштар моңо үҙәктәрҙе өҙә. Һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрә, матурлана. Асфальт юлдарҙан йөрөйбөҙ.

Гәзит – аралашыу майҙаны
23 ноября 2013 йыл | Хаттар

Гәзит – рухи аҙыҡ ҡына түгел, аралашыу майҙаны ла. Шуға ла уҡыусыларҙан килгән һәр хат – беҙҙең өсөн ҡыуаныс.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16