Атай йортоноң һин бит йөрәге…
23 ноября 2013 йыл | Хаттар

Таш-Аҫты ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Таңгөл Әғзәм ҡыҙы Ҡаранаева Ҡауарҙы ауылында Зәбиҙә һәм Әғзәм Муллагилдиндар ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлап Белорет ҡалаһында медицина училищеһында белем ала.

Гимназия уҡыусылары ижады
23 ноября 2013 йыл | Хаттар

Әсәйемдең ҡулдары алтын. Бешергән аштарын тәмләп ҡараһаң, телеңде йоторлоҡ. Һәр әсәй балаларын күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай.Әсәһеҙ донъя йәмһеҙ.
Әсә күңеле – балала тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Мин үҫеп йыраҡтарға сығып китһәм  дә һине һағынып йәшәрмен. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә мин һинең тылсымлы һүҙҙәреңә, ярҙамыңа мохтаж буласаҡмын. Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һинең яғымлы ҡарашың, әйткән аҡыллы һүҙҙәрең минең тормошомда маяҡ булып торасаҡ.

Донъябыҙ тотҡаһы
23 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Әсәй, әсәкәйем, күҙ нурым! Донъялағы иң яғымлы һүҙҙәрҙе һиңә бағышлап әйтеп сыҡһам да, әҙ булыр кеүек. Файҙалы кәңәштәреңдән, тәмле аштарыңдан, тик йылылыҡ бөрккән тауышыңдан, йомшаҡ ҡулдарыңдан Хоҙай бер ваҡытта ла айырмаһын ине… Ошондай уйҙар әсә һүҙен ишетеү менән һәр беребеҙҙең йөрәгенән урғылып сыҡҡан моң кеүек ағылалыр.

Әсә бәхете
23 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Әсә бәхетеУларҙың күркәм, һоҡланғыс йорто ауылға йәм биреп ултыра. Күңелде арбап ниндәйҙер серле яҡтылыҡ бөркөлгәндәй унан. Юҡ, йорттоң тышҡы матурлығынан, эске йыйнаҡлығынан ғына түгел, шул йортта йәшәгән изге күңелле, хәстәрлекле әсә һәм уның бәхетле, маҡсатҡа ынтылыусан балаларынан килә был нур. Һәм ошо нур тотош урамға, бөтөн ауылға яҡтылыҡ бөрккәндәй. Шуға ла был йорт эргәһенән үткәндә йылы тойғолар уяна. Үзбәк ауылындағы был йортта Фәрзәнә Шакирйән ҡыҙы Садиҡова балалары Илшат, Илнур, Фириә менән йәшәй. Уларҙың ғаиләһе ауылда өлгөлө, ихтирамлылар иҫәбендә.

Күңел йылыһын йәлләмәйҙәр
23 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Күңел йылыһын йәлләмәйҙәрИмәндәш ауылында йәшәүсе Гөлнара Сәлимйән ҡыҙы менән Рамазан Зәйет улы Мәхмүтовтар – күмәк балалы ғаиләләрҙең береһе. Татыу ғаиләлә ата-әсәһенең хәстәрлегенә, һөйөүенә төрөнөп, 4 бала бер-береһен ҡыуып үҫеп буй еткереп килә. Иң оло балалары – ҡыҙҙары Гөлфиәләре күптән түгел тормошҡа сыҡҡан, Салауат медицина колледжында 3-сө курста уҡый. Улдары Раян Мәләүездәге кадет мәктәбендә - 11-се, Илнаралары Имәндәш урта мәктәбендә 7-се класта белем ала. Иң бәләкәстәре Юлиәгә 1 йәш тә 3 ай. Ғаилә башлығының атаһы вафат булғас, инәйҙәре Нәфисә Миңлебай ҡыҙы ғаиләне тулыландырып, ярҙамлашып улар менән бергә йәшәй. Килене менән 21 йыл инде һүҙгә килешмәй әсәле-ҡыҙлы кеүек татыулыҡта бәхетле ғүмер итәләр. Ул да 4 бала тәрбиәләп үҫтергән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 16