Был донъяның иң ҙур һөйөнөсө - яңы тыуған бала тауышы!
23 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Был донъяның  иң ҙур һөйөнөсө - яңы тыуған бала тауышы!Ғаилә өсөн бала тыуыуҙан да олораҡ шатлыҡ юҡтыр. Йәшәү даулап донъяға ауаз һалған һәр сабый – көтөп алынған бәхет.

Үлсәүҙәргә һыймаҫ ҡөҙрәт – ул әсәлек хеҙмәте!
23 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Үлсәүҙәргә һыймаҫ ҡөҙрәт – ул әсәлек хеҙмәте!Һәр кем был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Ҡатын-ҡыҙҙың маҡтаулы вазифаһы, изге бурысы – ул балалар табып үҫтереп, кешелекте дауам иттереү. Бер кешенең икенсе кешелә дауам ителеүе мөғжизәләрҙең дә мөғжизәһе бит ул, был ҡөҙрәткә кеше үҙе ғәжәпләнеүҙән һис ҡасан туҡтамаясаҡ. Әсә менән бала – ике кешегә бүленгән тотош бер донъя, бер бөтөнлөк.
Бөгөнгө көндә район ҡатын-ҡыҙҙар советы эшенең төп йүнәлештәренең береһе булып, элеккесә, йәмғиәттә именлек, ышаныслылыҡ, тотороҡлолоҡ гаранты булараҡ, әсәнең, ғаиләнең ролен тергеҙеү тора. Шуға ла әхлаҡи-рухи һәм ғаилә ҡиммәттәре һәр кем өсөн тәбиғи хәлгә әйләнһен, ошо ҡараш артабан үҫеш алһын өсөн күп көс һалына.

Ғаилә ҡото ла, тормош күрке лә ул - Әсә
23 ноября 2013 йыл | Йәмғиәт

Ғаилә ҡото ла,  тормош күрке лә ул - ӘсәҠатын-ҡыҙ йәмғиәттә, эшендә ниндәй генә үрҙәр яуламаһын, әсәй булыу бәхетен алыштыра алырҙайы юҡ. Гүзәл затҡа тәбиғәттән шундай илаһи бурыс йөкмәтелгән – ер йөҙөндә йәшәүҙе дауам итеү. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың бөтөн матурлығы һәм бөйөклөгө - Әсә булыуҙа, тиҙәр. Яҡты донъяға күмәк балаларҙы бүләк итеүсе әсәләрҙе икеләтә бөйөктәр рәтенә ҡуйырға мөмкин.

Мөһим сараға битараф булмайыҡсы!
23 ноября 2013 йыл | Матбуғат

2014 йылдың тәүге ярты йыллығы өсөн ра-йон гәзиттәренә яҙылыу, үткәндәренән айырмалы рәүештә, бик ҡатмарлы бара. Талбазы почтамтының подписка бүлеге биргән күрһәткестәргә ҡарағанда, "Табын” һәм "Звезда”ның район буйынса еткерелгән планға ҡарата дөйөм тиражы 25 процент ҡына. Был үтә әҙ!

Асыҡ тыңлау үтте
23 ноября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

18 ноябрҙә 14.00 сәғәттә Ғафури районы муниципаль район Хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының Яңғыҙҡайын, Үтәк, Аҡкүл, Сәйетбаба ауыл советы ауыл биләмәләренең генераль планын раҫлау тураһындағы ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау булды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 16