Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
23 ноября 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Кисә мәҙәниәт һарайында Әсәләр көнөнә арналған байрам сараһы үтте.
* Бөгөн Красноусолда А.Чушкин иҫтәлегенә бас-кетбол турниры үтә.

Ҡышлатыуға һуңғы әҙерлектәр
15 ноября 2013 йыл | Кәңәштәр

Быйылығы көҙҙөң яуынлы килеүе умарта күстәренең торошона кире йоғонто яһауға ҡарамаҫтан, йәш ҡорттарға оҙайлы ҡышлатыуға инер алдынан һуңғы осош эшләп, еңеләйеп алыу мөмкинлеге бирелде.

Ғәзим Ильясов: Илһамды тыуған яҡ тәбиғәтенән алам
15 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғәзим Ильясов:  Илһамды тыуған яҡ тәбиғәтенән аламМоңло тауышы менән тамашасы һөйөүен, республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә популярлыҡ яулаған яратҡан йырсыбыҙ Ғәзим Ильясов һәм уның ижадташ дуҫтары 26 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡ. Күптән түгел уның үҙе менән осрашып әңгәмәләшә алдыҡ.

Гәзит уҡыусылары ижады
15 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сәйетбаба
Сәйетбаба данлы, матур төйәк,
Гүзәллеккә һинең юҡ тиңдәр.
Һинең тәбиғәттән илһам алып
Шиғыр яҙмаған һуң кемдәр.

Хеҙмәт менән тәрбиәләйбеҙ
15 ноября 2013 йыл | Мәғариф

Хеҙмәт менән тәрбиәләйбеҙКүренекле педагог В.А.Сухомлинский фекеренсә, бары тик хеҙмәт кенә кешене аҡыллы, мәҙәниәтле һәм белемле итә. Баланың тыумыштан бирелгән һәләте лә хеҙмәт аша асыла.
Яңғыҙҡайын мәктәбе коллективы хеҙмәт тәрбиәһе йүнәлешендә эшләүҙе, уҡыусыларҙа тыуған ергә, тыуған тупраҡҡа, ауыл хужалығы һөнәрҙәренә тәрән мөхәббәт тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Йәмғиәттә барған үҙгәрештәр ауыл мәктәптәре алдына ла етди һорау ҡуя: нисек ерҙең ысын хужаларын тәрбиәләргә? Белем усаҡтарында әлеге мәсьәләне хәл итеү традицион формала алып барыла. Мәҫәлән, мәктәп яны участкаларында  эшләү, уҡыусыларҙы хеҙмәт бригадаһына йәлеп итеү, дәрестәрҙә һәм кластан тыш сараларҙа хеҙмәт тәрбиәһе биреү, өлкәндәргә ярҙам итеү.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 16