Н.Фәрхшатов исемендәге премияның 2013 йыл еңеүсеһе – Сәйетбабанан Рәүилә Лоҡманова!
28 декабря 2013 йыл | Матбуғат

Гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен тос фекерҙәре, үҙенсәлекле мәҡәләләре менән байытҡан ярҙамсыларыбыҙ – ауыл хәбәрселәребеҙ күп беҙҙең. Билдәле булыуынса, йыл аҙағында улар араһынан иң әүҙем хәбәрсе Нәжметдин Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты тип билдәләнә.

Ҡотлайбыҙ!
28 декабря 2013 йыл | Яңылыҡтар

Байымбәт ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүбәкер Дәүләтбай улы ҠОРМАНҒОЛОВты тыуған көнө айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. Яугирға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Байрам телеграммалары
28 декабря 2013 йыл | Яңылыҡтар

Хөрмәтле
Рәмил Зәкәриә улы!

Яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ысын күңелдән ҡотлауҙа-рымды ҡабул итегеҙ!
Үтеп барған йыл йәмғиәттәге тотороҡлолоҡ, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, илдең халыҡ-ара абруйы күтәрелеүе менән билдәләнде.
Беҙ яңы 2014 йылды өмөт, ҙур пландар һәм мөһим маҡсаттар менән ҡаршы алабыҙ. Улар етеп килгән Яңы йылдың йөҙөн билдәләй. Тыныслыҡ һәм татыулыҡ, берҙәм Ватаныбыҙҙың сәскә атыуы өсөн ижади эш шарттарында йәшәйәсәгебеҙгә иманым камил!
Һеҙҙең һәм яҡындарығыҙ өсөн Яңы йыл изгелек нуры, өмөттәрегеҙ һәм ынтылыштарығыҙҙың аҡланыуы менән тулһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
Ихтирам менән,
Константин ТОЛКАЧЕВ,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

Яңы йыл менән! Хөрмәтле райондаштар!
28 декабря 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Үтеп барған йыл ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта бер ни тиклем уңышлы ла булды. Ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә иген культураларынан әллә ни юғары уңыш алып булманы. Уның ҡарауы, шәкәр сөгөлдөрө рекордлы уңыш биреп ҡыуандырҙы.

Төп йүнәлештәр билдәләнде
28 декабря 2013 йыл | Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламенты депутаттары алдында БР Дәүләт Йыйылышы –
Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Тәҡдим ителгән документта яҡын ваҡыт арауығына һәм алыҫ киләсәккә республиканың төп йүнәлештәре билдәләнгән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8