Социаль түләүҙәр тигеҙләшә
07 декабря 2013 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан эшләнелгән "Ауыл ерендә һәм эшселәр ҡасабаһында йәшәүсе белгестәрҙе социаль яҡлау саралары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағына тапшырҙы.

Ил уҙаманы ине
07 декабря 2013 йыл | Хаттар

Булдыҡлы етәксе, ғәйрәтле ир-уҙаман, ил-йортон, туған халҡын, үҙ төбәген сикһеҙ яратҡан, уларҙың киләсәген даими хәстәрләгән, оло йөрәкле, хеҙмәте менән халыҡ ышанысын яулаған, ҙур абруй ҡаҙанған шәхес – Азат Рәжәп улы Әбелғужиндың вафатына бер йыл да тулып китте.

Олатайымды яратам
07 декабря 2013 йыл | Хаттар

Яратҡан ҡартатайым Хөрмәт Һәҙиәт улы Ғәлиуллин хеҙмәт юлын тимерсе вазифаһында башлай. Күп тә үтмәй әрме сафына саҡырыла. Ә инде хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тракторға ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы Мәжит Ғафури исемендәге колхозда баҫыу эштәрендә, йәй бесән әҙерләүҙә ҡатнаша.

Мобиль бригада ярҙамға ашыға
07 декабря 2013 йыл | Йәмғиәт

Райондың "Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү Комплекслы үҙәге” дәүләт учреждениеһы "2011-2013 йылдарға өлкән йәштәге кешеләрҙең тормош сифатын күтәреү” Республика программаһы буйынса эшләй. Учреждениела тиҙ социаль хеҙмәтләндереү бүлеге лә асылды. Ошо бүлек сиктәрендә 2013 йылдың ғинуар айынан "Урында ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау мәктәбе” эшмәкәрлек итә башланы. Уның буйынса Комплекслы үҙәктең 4 социаль хеҙмәткәре махсус уҡытып алынған.

“Хоҙайға рәхмәтлемен…”
07 декабря 2013 йыл | Хаттар

“Хоҙайға рәхмәтлемен…”1952 йылдың 23 октябрендә Татарстан Республикаһынан үҙешмәкәр артистар Ғафури районына концерт ҡуйырға килә. Төҫкә-биткә матур, йырсы, бейеүсе, үҙе үткер генә ҡыҙҙы күреп, Ҡормантау ауылы егете Ғөбәйҙулла Рәхмәтуллин (хәҙер мәрхүм инде) бер күреүҙә уға ғашиҡ була һәм урлап алып та ҡала.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8