Күңеле тулы моң ғына
07 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңеле тулы моң ғынаКүңел ҡылдарына сиртеп, хистәрҙе сайпылдырып сихри ҡурай моңо ағыла. Зал тын ҡалып ошо илаһи моңдо тыңлай. Был мәлдә донъя мәшәҡәттәре бөтөнләй онотолоп, уй-тойғолар серле киңлеккә, хыялдағы иң бейек йондоҙҙарға ынтыла. Ҡурай моңо залдың таш стеналары аша үтеп алыҫ-алыҫтарға тарала һымаҡ. Көҙгө елдәр уны ялан-ҡырҙарға, урман-тауҙарға алып китә. Ошо моңда әллә ҡасан, үткән заманда булып үткән хәл-ваҡиғалар ҙа, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәктең үҙе лә сағылып ҡалғандай. Тамаша залындағы кешеләр генә түгел, бар йыһан иҫе китеп тыңлай кеүек бөгөн ҡурай моңон.

Эшен һөйөп башҡаралар
07 декабря 2013 йыл | Йәмғиәт

Эшен һөйөп башҡараларБынан 21 йыл элек булдырылған Федераль ҡаҙнасылыҡ – ул асыҡ-хоҡуҡи берекмәләрҙең финанс эшмәкәрлеге өлкәһендәге түләү, иҫәп алып барыу, контроллек итеү һәм мәғлүмәт системаһы. Ҡаҙнасылыҡтың 2013-2017 йылдарға стратегик картаһында билдәләнеүенсә, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, финанс операцияларын үҙ ваҡытында һәм тиҙ арала башҡарыу, бирелгән мәғлүмәттәрҙең аныҡ һәм сифатлы булыуына өлгәшеү был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе.

Бүләктәр эйәләрен көтә
07 декабря 2013 йыл | Матбуғат

Эй, күңелле лә инде бүләк бирешеүҙәре! Икеләтә шатлыҡ бит ул: бүләкте биреүсе лә, алыусы ла берҙәй һөйөнә.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
07 декабря 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Район хужалыҡтарын-да һәр һыйырҙан уртаса 6,8 килограмм һөт һауыла. Был былтырғы ошо осорҙағынан 300 грамға күберәк.
* 12 декабрҙә Йөҙимән мәктәбендә район баш-ҡорттары ҡоролтайы призына милли көрәш үтәсәк.

Эшлекле һөйләшеү булды
07 декабря 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Эшлекле һөйләшеү булдыРайонда вете-рандарҙың 7-се пленумы булып үтте. Ул "Ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы социаль яҡлау буйынса етәксе дәүләт органдары менән бәйләнеште нығытыуҙа ветеран ойошмаларының бурыстары” тигән темаға арналды. Пленум эшендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, ра-йон Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, тәүге ветерандар ойошмалары рәйестәре һәм ағзалары ҡатнашты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8