Мөғжизәле төйәк ул изге сығанаҡтар
05 февраля 2014 йыл | Хаттар

Былтыр сентябрҙә Татарстандың "Бәкер” шифаханаһына барырға тура килде. Отпускыла инем, фотоға төшөрөүсе булып барһаң алабыҙ, тигәс, ҡуш ҡуллап риза булдым. Сөнки һуңғы өс тиҫтә йыл самаһы Башҡортостандан ситкә сыҡҡан да юҡ ине.
Көндәр бик матур тора. "Бәкер” шифаханаһы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын уҙғара. Сәфәремдең төп маҡсаты булып музейҙарын күреп, ҡарап, тарихын өйрәнеп, рәссам-биҙәүсе булараҡ биләмә, корпустарының биҙәлешен күреп ҡайтыу ине.

Бик матур, йылы ҡаршы алдылар. Шифаханалары ла оҡшаны. Шуныһы үҙенсәлекле: элек ағастан буралған 4X5 метр самаһындағы ашханалары, ләм һәм ванна ала торған бәләкәй өйҙәре әлегә тиклем һаҡланған. Күп кенә иҫтәлекле урындарын фотоға төшөрөп алдым. Тик музейҙарында булырға насип булманы, бикле ине. Музей эргәһендә торған бер шифахана хеҙмәткәре, оло ғына ағай менән һөйләшеп, танышып киттек.

1-се мәктәп уҡыусылары – саңғы спорты лидерҙары
05 февраля 2014 йыл | Спорт

"Йәшлек” ял һәм спорт комплексында мәктәп уҡыусыларының ХIV спартакиадаһы сиктәрендә саңғы ярышы үтте.
Ярыш ике төркөмдә - урта мәктәп һәм төп дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары араһында барҙы. Урта мәктәптәр араһында һәр ваҡыттағыса Красноусолдағы 1-се мәктәп командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды - Сәйетбаба, өсөнсө урынды Ҡауарҙы мәктәбе уҡыусылары алды.
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Антоновка мәктәбе командаһы иң етеҙ саңғысылар икәнлеген күрһәтте. Икенсе урынға – Буруновка, өсөнсө урынға Үзбәк мәктәбе командалары лайыҡ булды.

Беҙ уның шәкерттәре булдыҡ
05 февраля 2014 йыл | Хаттар

Беҙ, һуғыш осоро балалары, күптәребеҙ йәшебеҙ еткәс тә мәктәпкә бара алманыҡ. Бының сәбәбе, әлбиттә, ауырлыҡтарға бәйле ине. Шуға ла беренсе класҡа уҡырға ике-өс йәш айырма менән килдек.

Эскелектән арынырға ваҡыт
05 февраля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

31 ғинуарҙа район етәкселәренең сираттағы кәңәшмәһе   булып үтте һәм унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Был кәңәшмәлә ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, автономлы учреждениелар, ҡаҙна предприятиелары, ойошма етәкселәре ҡатнашты.  Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров алып барған кәңәшмәлә янғын хәүефһеҙлеге, имен булмаған ғаиләләр яҙмышы хаҡында һүҙ барҙы.

Ҡотлайбыҙ!
05 февраля 2014 йыл | Яңылыҡтар

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2