«Йәгеҙ әле, егеттәр!» Сәйетбабала район конкурсының зона ярыштары үтте
22 февраля 2014 йыл | Йәмғиәт

Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек сиктәрендә район күләмендә иғлан ителгән «Йәгеҙ әле, егеттәр!» бәйгеһенең райондың төньяғында урынлашҡан ауыл биләмәләре командалары араһында ярыштары үтте. Был сарала Сәйетбаба ауыл биләмәһенең «Бөркөттәр», Имәндәштең «Партизандар» һәм Ҡауарҙының «Мағаштау бөркөттәре» командалары көс һынашты.

Тенниссыларыбыҙ иң яҡшы өсәү иҫәбендә!
22 февраля 2014 йыл | Спорт

13-16 февралдә Сыуашстан Республикаһының Новочебоксар ҡалаһында өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй Команда Чемпионатында Юғары "Д” лигаһының 3-сө туры булып үтте.

Әрмелә булдым мин дә (Юмореска)
22 февраля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әрмелә хеҙмәт итеү егетмен тигән кешенең мөҡәддәс бурысы инде ул. Элегерәк һалдат шинеле кеймәгән егетте ҡыҙҙар әҙәмгә лә һанамаҫ ине. Әлеге ваҡытта ла хәрби хеҙмәткә ҙурлап оҙаталар. Кистән туғандар, ауылдаштар йыйыла. Ҡыҙмаса булып алған ир-ат шунда үҙҙәренең һалдат саҡтарындағы хәлдәрҙе мәрәкәләп иҫкә ала. Мәжлестең төп сәбәпсеһе - буласаҡ һалдатҡа кәңәштәр бирелә. Әле бына Ҡадир малайы Сәлихте әрмегә оҙатыу кисәһе бара. Теле көрмәлә башлаған оло йәштәге ағай башлап һүҙ алды.

Һалдат һурпаһын һемергәндә
22 февраля 2014 йыл | Йәмғиәт

Ил яҙмышы ирҙәр ҡулында, тиҙәр. Илде һаҡлау элек-электән ирҙәр иңенә төшкән. Миңә лә ил алдындағы изге бурысымды үтәп, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итергә тура килде. Һалдат яҙмышы тураһында белгән-күргәндәремде гәзит уҡыусыларға ла еткермәксе булдым.

Афғанстан – мәңгелек йөрәк һыҡрауы Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә афғансылар менән осрашыу үтте
22 февраля 2014 йыл | Мәғариф

Беҙҙең мәктәптә тыуған илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле һәм онотолмаҫ ваҡиғаларҙың береһе булған афған һуғышына арналған саралар уҙғарыу матур йолаға әүерелде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4