Шатландырырлыҡ уңыштар, хафаландырырлыҡ хәлдәр ҙә бар
26 февраля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Район етәкселегенең урындарға сығып халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Ошондай сара 20 февралдә Сәйетбаба ауыл биләмәһендә, Сәйетбаба ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы рәүешендә үтте. Асыҡ ултырышта район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, уның урынбаҫарҙары Руслан Салауатов менән Фуат Кейекбаев, район суды рәйесе Руслан Камалов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, ра-йон Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, мәғариф бүлеге начальнигы Шамил Хәбибуллин, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Рамазан Мөхәмәтшин, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Фәнил Вахитов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы – был төбәктән район Советы депутаты Фәнил Кинйәғолов, үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гүзәл Ноғоманова, күсемһеҙ милеккә идара итеү комитеты етәксеһе Эльвира Сөләймәнова, Ҡауарҙы һәм Имәндәш ауыл биләмәләре башлыҡтары Илфат Ҡужин, Әхнәф Ноғайғолов, ауыл Советы депутаттары ҡатнашты.

Ун өс алтын миҙал һәм беренсе урын!
26 февраля 2014 йыл | Спорт

Һуңғы йылдарҙа үткән Олимпиадаларҙа хужаларға тиңдәр булманы: Пекин Олимпиадаһында Ҡытай командаһы беренсе урын яулаһа, Ванкуверҙа Канада спортсылары иң юғары күрһәткестәргә өлгәште. Рәсәй командаһы ла был традицияны дауам итергә тырышты.
Ватандаштарыбыҙ өсөн бәйге уңышһыҙ башланды. Беҙҙең команда баштағы мәлдә миҙалдар һаны буйынса команда беренселегендә юғары урынға күтәрелә алманы. Уның ҡарауы, яҡташтарыбыҙ Олимпиаданың һуңғы көндәрендә һынатманы.

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
26 февраля 2014 йыл | Яңылыҡтар

Балаларҙы һөйөндөрҙөгөҙ, рәхмәт!
Ноябрь - ғинуар айҙарында районда уҙғарылған "Ҡаршылыҡтарҙы ватып” Хәйриә акцияһында әүҙем ҡатнашҡан ойошмалар етәкселегенә, бигерәк тә Ф.Һ.Зәйнетдиновҡа (район ветстанцияһы), М.Ә.Иҙрисовҡа (130-сы һөнәрселек училищеһы), Ш.Н.Хәбибуллинға (мәғариф бүлеге), Ф.М.Кинйәғоловҡа (мәҙәниәт бүлеге) бар йөрәктән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Улар тапшырған бүләктәр инвалид балаларҙың йөрәктәрендә өмөт сатҡылары уятып, яндарында изгелексән һәм эскерһеҙ кешеләр булыуын оҙаҡ аңғартып торор.
Ғафури районы Комплекслы үҙәге. 

«Йәгеҙ әле, егеттәр!» Сәйетбабала район конкурсының зона ярыштары үтте
22 февраля 2014 йыл | Йәмғиәт

Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек сиктәрендә район күләмендә иғлан ителгән «Йәгеҙ әле, егеттәр!» бәйгеһенең райондың төньяғында урынлашҡан ауыл биләмәләре командалары араһында ярыштары үтте. Был сарала Сәйетбаба ауыл биләмәһенең «Бөркөттәр», Имәндәштең «Партизандар» һәм Ҡауарҙының «Мағаштау бөркөттәре» командалары көс һынашты.

Тенниссыларыбыҙ иң яҡшы өсәү иҫәбендә!
22 февраля 2014 йыл | Спорт

13-16 февралдә Сыуашстан Республикаһының Новочебоксар ҡалаһында өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй Команда Чемпионатында Юғары "Д” лигаһының 3-сө туры булып үтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19