Атай – ғаиләлә төп кеше
22 февраля 2014 йыл | Хаттар

(Үзбәк мәктәбенең 4-се класс уҡыусыларының иншаларынан)

Танкист Әбделмәнов
22 февраля 2014 йыл | Хаттар

Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, хәрби формаларын алмаштырырға ла өлгөрмәгән бер төркөм егеттәр: Сөнәғәт Әбделмәнов, Шакир Собханғолов, Әхмәт Рәхмәтуллиндарға иғлан итмәйенсә Тыуған илебеҙгә баҫып ингән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡанлы һуғыш эсенә тәүгеләрҙән булып инергә тура килде.

Байрамығыҙ менән, Ватан һаҡсылары!
22 февраля 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр, Ҡораллы Көстәр ветерандарын ҙур байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым.

Һуғышты беҙ күргәс тә еткән, балаларыбыҙ кисермәһен, ти 88 йәшлек ветеран Ғ.Сөләймәнов
22 февраля 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғарифулла Шәрифулла улы Сөләймәнов 1926 йылдың 3 мартында Ишембай районының Иҫәкәй ауылында 7 бала араһында өсөнсө булып донъяға килә. Фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып ингәндә уға ни бары 15 йәш була. Һуғыштың тәүге йылында уҡ атаһын фронтҡа алалар. Атаһы артынан һуғышҡа китеп, фашистарҙы уның менән бергәләп үҙ өңдәрендә дөмөктөрөү уйы тынғылыҡ бирмәй үҫмергә. Нисәмә тапҡыр военкоматҡа барып, һуғышҡа алыуҙарын һорап мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, Ғарифулланың үтенесен ҡәнәғәтләндермәйҙәр, йәшһең әле, тылда ла эшсе көстәр кәрәк, тип кире боралар. Ниһайәт, ныҡыша торғас, теләгенә ирешә, 1944 йылда фронтҡа китә.

Хәтер кисәһе хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр
22 февраля 2014 йыл | Йәмғиәт

Февраль айының ҡояшлы бер көнөндә Үзбәк мәктәбендә Чечен Республикаһында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған, Илшат Флүр улы Ильясов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы һәм ошо мәктәпте тамамлағас әрмегә алынып, Афғанстан ерендә һәм башҡа утлы нөктәләрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәргә арнап Хәтер кисәһе үткәрелде. Сараға шулай уҡ Афған һуғышы ветерандары ла саҡырылғайны.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19