“Йәшәргә икән – йәшәргә!”
22 февраля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров етәкселегендәге бер төркөм етәкселәрҙең урындарға сығып халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарыуы матур бер йолаға әүерелде. Быйылғы осрашыуҙың тәүгеһе Имәндәш ауыл биләмәһендә үтте. Осрашыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары – Руслан Салауатов менән Фуат Ке-йекбаев, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, халыҡты социаль яҡлау бүлеге етәксеһе Рамазан Мөхәмәтшин, үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Фаил Камалов, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Винер Басариев, милеккә идара итеү комитетынан, Пенсия фонды идаралығынан, ветстанциянан һ.б. ойошма, учреждениеларҙан белгестәр ҡатнашты.

Хоккейсылар ышанысты аҡламаны
22 февраля 2014 йыл | Спорт

Олимпиада уйындары башланғанға тик-лем үк баш тренер Зиннәтулла Билалетдинов командаһының еңеүенә шик белдереүселәр бихисап булды. Ысынында шулай булып сыҡты ла. "Беҙҙекеләргә бронза эләкһә лә бик шәп булыр ине”, тип өмөтләнеүселәр ҙә, хатта, алданды. Финляндия командаһынан 1:3 иҫәбенә еңелеп, Рәсәй хоккейсылары үҙ көйәрмәндәрен ҡара ҡайғыға һалды. Хоккей яратыусылар өсөн Олимпиаданың йәме лә, ҡыҙығы ла ҡалманы. Хәҙер инде беҙҙең хоккейсыларға "хаталар өҫтөндә эшләп”, киләһе Олимпиадаға әҙерләнергә генә ҡала.

Күгебеҙ аяҙ булһын!
22 февраля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Ватаныбыҙ именлеген һаҡлау – һәр ир-егеттең маҡтаулы бурысы. Элек-электән көслө заттар ил именлеген, тыныслығын һаҡлап, данлы көрәшкә сыҡҡан, Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәгән.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
22 февраля 2014 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 21 февралдә үҙәк район китапханаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған тасуири шиғыр уҡыусылар конкурсы үтте. Унда Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең – 4-се, башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.
* Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә инглизсә йыр башҡарыусылар фестивале үтте.

Ата-әсәләр йыйылышы (Юмореска)
15 февраля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ата-әсәләр йыйылышын асып, тәүге һүҙҙе мәктәп директоры алды. Ул мәктәп тормошо менән таныштырып, уҙған сиректә өлгәшелгәндәр хаҡында бәйән итте. Күп уҡыусыларҙың дәрескә әҙерләнеп килмәүҙәрен, тәртип боҙоуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19