Кеше ғүмере ҡыҫҡа…
01 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Һәр бер кеше был яҡты донъяла үҙенән һуң матур хәтирәләр ҡалдыра. Тырышып-тырышып
донъя көтә, намыҫлы эшләй, ә бер көн килеп был яҡты донъя менән хушлаша. Илап тыуа ла, илатып китеп тә бара.
Бына Тимербулат Сәхиулла улы Вахитовтың да ҡаты ауырып вафат булыуына бер йыл тулды. Ул ғаиләһендә яратҡан тормош иптәше, һөйөклө атай, олатай, эшендә тырыш хеҙмәткәр булды.

Матур ғаилә - ил күрке
01 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Ауыл өҫтөнә февраль ҡояшының һүрән нурҙары төшә. Эңер мәле. Ауыл кешеһе көндәлек мәшәҡәттәренән тап ошо саҡта ғына бушай. Шуға ла мин яҙасаҡ геройҙарым, күп балалы ғаиләнең хәлен белешер өсөн ошо мәлде һайланым.

Иң маһир егет
01 марта 2014 йыл | Хаттар

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап мәктәбебеҙҙә "Иң маһир егет” тип аталған конкурс үтте.

Афғанстан – йөрәк яраһы
01 марта 2014 йыл | Хаттар

Үтәк мәктәбендә ошо исем аҫтында тематик кисә үтте. Сара ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнде һәм унда Үтәк, Туғай, Игенселәр

Байрам ғына түгел... Эшҡыуар ошондай сараларҙың ауылдаштарын тупларына ышана
01 марта 2014 йыл | Хаттар

Ҡаранйылға ауылында ла Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсы ойошторолдо. Был бәйгене үткәреүгә ошо ауылдың арҙаҡлы егеттәренең береһе, үҙенең ҡылған изге ғәмәлдәре менән ауылдаштарын һөйөндөрөп тороусы Әхмәт Мәүлимбирҙе улы Аҫылбәков күп көс һалды. Бәйгелә ҡатнашырға ризалыҡ биргән егеттәр дәртләнеп байрамға әҙерләнде, командалар төҙөнөләр. Булдыҡлы эшҡыуарҙың ҡул аҫтында ауылда эшләп йөрөгән егеттәр ҙә ситтә ҡалманы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4