Тәжрибә уртаҡлашыу
12 марта 2014 йыл | Мәғариф

28 февралдә Ҡурғашлы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының "Аҙ комплектлы мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреү” тигән темаға арналған семинары булып үтте. Эшлекле осрашыуҙа райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева, яҡташыбыҙ, шағирә һәм яҙыусы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова ҡатнашты.

Һәр эштә ғәҙеллек кәрәк
12 марта 2014 йыл | Хоҡуҡ

Районыбыҙ халҡының хоҡуҡи белем кимәле йылдан-йыл күтәрелә бара, уға  ярашлы, күп кенә бәхәсле мәсьәләләр суд тәртибендә хәл ителә. Ғафури  ра-йон суды рәйесе Руслан КАМАЛОВ менән уҙған әңгәмәлә суд эшмәкәрлеге һәм уҙған йыл йомғаҡтары барланды.

Коммуналь хеҙмәткә түләү мәсьәләләре ҡаралды
12 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Район хакимиәтендә ветеран ойошмаларының Координацион совет ултырышы үтте. Унда коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү, уларҙың сифаты тураһында һүҙ барҙы.

Ҡеүәтле һәм көслө структура
12 марта 2014 йыл | Хоҡуҡ

2003 йылдың 11 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса махсус вәкәләтле ведомство барлыҡҡа килде. Ә 2008 йылдан алып 11 мартта РФ Президенты Указы нигеҙендә Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Берҙәмлек булғанда эш бара
12 марта 2014 йыл | Урындағы үҙидара

"Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу төп маҡсатыбыҙ. Уны тормошҡа ашырыу йәмәғәт көстәрен туплауҙы, бөтә матди һәм интеллектуаль мөмкинлектәрҙе файҙаланыуҙы талап итә, - тип билдәләне республикабыҙ башлығы Р.Хәмитов үҙенең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә. Яңғыҙҡайын ауыл советы ауыл биләмәһендә тап ошо йүнәлештә эшләйҙәр ҙә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3