Алыш бармы, көрәш бармы? Көрәш бар!
31 марта 2014 йыл | Спорт

Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Табын” гәзите призына сираттағы милли көрәш бәйгеһе уҙҙы. 23 йыл элек башлап ойошторолған тәүге ярыш та Сәйетбабала үткәрелгәйне. Уның өс йыл рәттән бында үтеүе, һуңынан да йыш ҡына көрәшселәрҙең ошо ауылда көс һынашыуы, әлбиттә, юҡтан ғына түгел. Сәйетбабала спортҡа, айырыуса милли көрәшкә элек-электән иғтибар бар. Ғорурланыр көрәшселәре бик күп сәйетбабаларҙың.

“Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы МР Советы ҡарары проекты тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
31 марта 2014 йыл | Урындағы үҙидара

"Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы
МР Советы ҡарары проекты тураһында
Муниципаль район Советы ҡарары

Төпкөл төбәктә газ да, һыу ҙа бар
31 марта 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Ҡауарҙы ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаттарының киңәйтелгән ултырышында район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, район Советы депутаты, "Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитов, район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Ҡужина һ.б. саҡырылған ҡунаҡтар, Ҡауарҙы, Юлыҡ, Аҡташ, Һабай ауылдары халҡы ҡатнашты. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Ҡужин биләмәләге хәл-торош менән яҡынданыраҡ таныштырҙы, 2013 йылғы эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны.