Рәхмәт һеҙгә!
29 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Үзбәк мәҙәниәт йортонда юбилейыма ҡарата матур сара ойоштороп, мине бик ныҡ ҙурланылар.

Һығылмалылыҡ спортын үҙ итәләр
29 марта 2014 йыл | Спорт


Красноусол башҡорт гимназия-интернатында мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы сиктәрендә гимнастика буйынса ярыш үтте. Унда 10-дан ашыу команда ҡатнашты.

Подписка кампанияһы үҙ ваҡытында башланасаҡ
29 марта 2014 йыл | Матбуғат

2014 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу кампанияһы, йолаға ярашлы,
1 апрелдә башланасаҡ. Рәсәй Почтаһы кампанияның өҙөлөүенә юл ҡуймау
өсөн барыһын да эшләне.

Ғүмер юлдары һоҡланырлыҡ
29 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

«Ғаилә бәхете – ил бәхете», ти халыҡ. Киләсәккә лә нигеҙ ғаиләлә һалына. Ғаилә һәр кешенең таянысы ла, көйөнөсө лә, һөйөнөсө лә.
Был заманда һәр кешегә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр урын, тыныс мөйөш кәрәк. Ғаилә – иң оло таянысыбыҙ ҙа, иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ ҙа. Көн оҙоно донъя ҡыуып арыған әҙәм балаһы ғаиләлә ял итә, рухи көс һәм дарман йыя, күңел йәрәхәттәрен дауалай. Ил-йортта йәшәү ҡыйынлашҡан һайын, ике йән эйәһе йыуаныс һәм яҡлау эҙләп, бер-береһенә нығыраҡ тартыла. Шулай итеп ғаилә тағы ла нығый.

Онотолмай ауыр йылдар
29 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Бала саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килгән оло быуын кешеләре менән осрашып, уларҙың бала саҡта күргән михнәттәре, яҙмыш ҡуйған ауыр һынауҙар аша үтеүҙәре тураһында күп яҙырға тура килде.
Бер уйлағанда, ул осор балаларының яҙмышы бер төрлө һымаҡ. Шул уҡ аслыҡ, яланғаслыҡ. Көс етмәҫлек ауыр хеҙмәт, уртаҡ уй-маҡсат. Еңеү өсөн эшләү һәм йәшәү. Әммә һәр кешенең яҙмышы тик үҙенә генә тәғәйен һәм ошо яҙмышына насип булған бала сағын, ниндәй генә ауырлыҡтарға тура килһә лә, күп йылдар уҙғас та онотмай, иң ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай. Ошо хәтирәләрен, уңайы тура килгәндә, кешеләр менән уртаҡлашҡыһы килә. Аҡташ ауылынан Гөлниса Шәйхетдин ҡыҙы Дауытова ла редакцияға ошондай маҡсат менән килгәйне.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24