Рәсәй биләмәләре киңәйҙе
26 марта 2014 йыл | Урындағы үҙидара


Украиналағы һәм Ҡырымдағы хәл-ваҡиғалар иғтибар үҙәгенән төшмәй. Украиналағы яңы власть һаман тәртип урынлаштыра алмай. Ә Ҡырым Автономиялы Республикаһы Рәсәйгә ҡушылғандан һуң сит илдәрҙә ҙур ризаһыҙлыҡҡа осраны. ЕС һәм АҠШ Рәсәйгә ҡарата санкциялар иғлан итте.

Ҡорал теркәүҙә яңылыҡ
26 марта 2014 йыл | Хоҡуҡ


2014 йылдың 20 мартынан һыҙма көбәкле атыу ҡоралдарын ҡайтанан теркәү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.

Уңған эшселәр ҙә, актерҙар ҙа
26 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Беҙҙең Яңғыҙҡайын  мәҙәниәт йортонда драма түңәрәге 1994 йылда ойошторолғайны. Күп тә үтмәй, йылдың-йылы район кимәлендә үткәрелгән "Театр яҙы” фестивалендә, Әнғәм Атнабаевтың "Игеҙәктәр” пьесаһын сәхнәләштереп, 2-се урын яуланыҡ. Был уңышыбыҙ коллектив өсөн ныҡлы этәргес булды һәм 2004 йылда Нәжиб Асанбаевтың "Һыу юлы”  спектаклен әҙерләп, "Халыҡ театры”  тигән юғары дәрәжәле исем яуланыҡ. Был ваҡытта уҡытыусылар Тәнзилә Миңлебаева, Рәйлә һәм Ринат Насировтар ҙа үҙ ролдәрен уңышлы башҡарып, жюри тарафынан юғары баһа алды.Уңған эшселәр ҙә, актерҙар ҙа

Имен-аман ҡышланығыҙмы?
26 марта 2014 йыл | Кәңәштәр

"Яҙ нисек килер?” Һәр умартасы өсөн яҙ  ошо һорауҙан башлана. Ысынлап та, был осорҙоң нисек килеүе бик әһәмиәтле, сөнки тап ошо мәлдә күстәрҙең киләсәктә нисек үҫешеүе, бал ҡорттарының шәрбәт, һеркә ташыуға, ә инәләрҙең йомортҡа һалыуға һәләте формалаша.

Батырҙар даны – мәңгелек
26 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Игенйылға мәктәбендә үҫеп килгән йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү эшенә ҙур иғтибар бирелә. Ошо уңайҙан төрлө фәһемле саралар, осрашыу-кисәләр уҙғарылып тора.
Шундай сараларҙың береһе 14 мартта  үтеп, ул "Тыныс йоҡла, һалдат” тип  аталды. Осрашыуға ауылдың һуғыш осоро балалары – хәҙер олпат йәшкә еткән Нәзирә Ишморатова, Риф Абсаттаров, Рәйес Йәнешев, Әмир Ҡотлозамановтар саҡырылғайны.
Батырҙар даны – мәңгелек
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24