Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
22 марта 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

Үҫеп килеүсе  йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге оҙайлы, емешле хеҙмәттәре өсөн:
Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы ЙӘНЕШЕВА – Красноусол ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары;

Бында насар йәшәү мөмкин түгел
22 марта 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров,  төрлө ойошма, учреждение вәкилдәренең халыҡ менән сираттағы осрашыуы Толпар ауыл биләмәһендә үтте. Башта Толпар ауыл  биләмәһенең ерҙәрен киңәйтеү йәғни генераль планына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса асыҡ тыңлау уҙғарылды. Был план Мәскәүҙә хуплау тапһа, киләсәктә урындағы халыҡҡа 50 шәхси йорт төҙөү өсөн участка бүлеүгә мөмкинселек буласаҡ. Һүҙ ыңғайында әйтеп үтергә кәрәк, бөгөн Толпарҙар өсөн ер мәсьәләһе иң төп проблемаларҙан һанала. Ер участкалары булмау сәбәпле, хәҙер нисәмә йылдар инде йәштәр үҙ йорттарын төҙөй алмай ыҙалана.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
22 марта 2014 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Кисә Яугилде мәктәбендә күренекле шағир Кәрим Булаттың (Кәрим Сәлимов) 65 йәшенә арналған ижад кисәһе уҙғарылды.
* 25-28 мартта Салауат ҡалаһында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы үтә. Унда район данын Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусыһы, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе Флүзә Баязитова яҡлаясаҡ. Флүзә Фәрүәз ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ.

Ауылыбыҙ күркәмлеге беҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле
17 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Александр Викторович Хлескин етәкселегендәге 12 кешенән торған "Ғафури коммуналь хужалығы” Идарасы компанияһы” ЯСЙ-е Красноусолда күп ҡатлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.

Алты алтын миҙал һәм беренсе урын!
17 марта 2014 йыл | Спорт

Сочиҙа Паралимпия уйындары дауам итә. Олимпия уйындарынан айырмалы булараҡ, Рәсәй спортсылары беренсе көндә үк юғары күрһәткестәргә өлгәште. Ватандаштарыбыҙ ике көндә биш алтын миҙал яулап, миҙалдар һаны буйынса команда беренселегендә алдынғы урынға сыҡты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 24