Ғүмере ҡыҫҡа булды
23 апреля 2014 йыл | Хаттар

Туған халҡын, балаларҙы яратҡан, уларҙың киләсәген ҡайғыртҡан, намыҫлы, оло йөрәкле һеңлем Гөлшат Акрам ҡыҙы Сәйетбатталованың
14 апрелдә тыуған көнө булыр ине. Әммә яҙмыш ҡанундары уны йәшләй, 27 йәшендә генә беҙҙең аранан алып китте. Фажиғәле рәүештә ғүмере өҙөлөүенә ярты йыл да булды.

Ҡартлыҡта кисергән бәхет
23 апреля 2014 йыл | Хаттар

Һуғыштан алдағы йылдарҙа ла ауыл халҡы ауырлыҡтар кисереп йәшәне. Ат һабаны менән ер һөрөп, ҡул менән сәсеп кенә игендәрҙән юғары уңыш үҫтереп ала алманылар. Иген уңышы 8-9, уҙа барһа 11-12 центнерҙан арт-маны. Тракторҙар, ер эшкәртеүсе техника юҡ ине әле.
Әлтәф Әғзәм улы Басариев шул ауыр заманда 1939 йылдың 16 мартында Ҡолҡан ауылында тыуған. Уға бала саҡ шатлығын кисерергә тура килмәй, өс йәшендә атаһынан, 12 йәшендә саҡта әсәһенән етем ҡала.

Ғаиләбеҙ ғорурлығы
23 апреля 2014 йыл | Хаттар

Районыбыҙҙың иң күркәм мөйөштәренең береһе – күккә олғашҡан тауҙар һәм саф, таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Ерекле ауылында 1949 йылдың 15 апрелендә Зөһрә менән Динислам Ишкиндар ғаиләһендә баш балалары донъяға ауаз һала. Уға Тәнзилә тип исем ҡушалар. Бала сағынан уҡ ул аң-белемгә ынтылып, тиҫтерҙәре-нән айырыуса күпте белеүе менән айырылып буй еткерә, әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы була.

Хеҙмәттәре тейешенсә баһаланды
23 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Граждандарҙың килем кимәле үҫте. Ауыл биләмәһе буйынса уртаса эш хаҡы 2012 йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа артты. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында  урындар менән тәьмин ителештә һиҙелерлек аҙым эшләнде. Красноусолдағы 2-се һәм Курорт мәктәптәрендә 120 урынға иҫәпләнгән төркөмдәр асылыу иҫәбенә, балалар баҡсаһына булған ихтыяж 40 процентҡа тиклем кәмене.

Баҫыуға сыҡтылар
23 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Техникаһын күптән әҙерләп ҡуйып, ерҙең өлгөрөүен генә көткән игенсе, ҡояш юғарыраҡ күтәрелеп сағыу нурҙарын һипкәс, яҙғы елдәр баҫыу буйлап йүгереп бәрәкәтле ҡара тупраҡты иркәләгәс, баҫыуға ашыҡты. Тракторҙар гөрләүе, ҡабатланмаҫ сихри моң булып, тирә-яҡҡа яңғырап ишетелде. Ошоно ғына көткән һабантурғай игенсегә фатиха биргәндәй йырын һуҙҙы…
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10