Фатиха (Хикәйә) Марат Әминев
12 апреля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Туй мәжлесе тамамланыуға табан барғанда кейәүҙең оло апаһы урынынан ҡалҡынды:
- Таралышмай тороғоҙ әле, барыһы ла өйгә ингәс һүҙ әйтәм!
Ишеккә яҡын ултырыуҙан файҙаланып, тышҡа сығып, елләнеп килергә булдым. Күбеһе ҡыҙмаса булып алған, теләһә ҡайҙа таралған, төркөмдәргә бүленешкән ҡунаҡтарҙы тиҙ генә йыйып ҡара! Ярты сәғәт үтер әле. Тынсыу өйҙә көнө буйы һыйланып ултырыу мәрәкә эш түгел, ялҡытты. Дан туй булды был, ашап та, эсеп тә, ҡоҙалар менән аралашып та туйҙырҙы. Хәҙер ял итке, берәй тыныс урынға арҡа терәге килә. Элек башҡорт өс
көн - ҡыҙ, аҙаҡ өс көн егет яғында нисек туйлап ятҡандыр? Заманалар үҙгәрҙе хәҙер, бер көнө лә хаттин ашҡан. Йәш саҡта ғына туйға атлығып киләһең, күңелгә мәрәкә, тәнгә мажара эҙләйһең бит ул. Ҡырҡҡа яҡынлағас, ул бары тик туғанлыҡ йәки дуҫлыҡ бурысын үтәү генә булып ҡала икән. Аллаға шөкөр, был туй ҙа имен-аман үтеп бара. Кисә Загста ла булдыҡ, ағайҙың иркен йортонда бөтә йолаларҙы теүәл үтәп, кейәү яғын шартына килтереп ҡунаҡ иттек. Ә бөгөн иртәнән бирле кейәү йортонда һыйланабыҙ. Берәй сәғәттән, һеңлекәште ҡалдырып, ҡайтыу яғына ҡуҙғалырбыҙ инде. Ауылыбыҙ, ана, Мағаш тауы аръяғында ғына, машинала ярты сәғәтлек кенә юл.

ҒАФУРИ СТУДЕНТТАРЫ БЕЛЕМЛЕ ЛӘ, ЗИРӘК ТӘ
12 апреля 2014 йыл | Хаттар

22 мартта Өфө ҡалаһында район йәштәре берлектәре араһында Таһир Күсимовтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған шахмат ярышы үтте.
Отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйында 8 район вәкилдәре көс һынашты. Беҙҙең райондың данын Ҡауарҙы ауылы егете Айҙар Исхаҡов, Юлыҡ ауылы һылыуы Рүзилә Юлыҡова һәм Сәйетбаба ауылы егете Самат Ишмырҙин яҡланы. Бәйгенең баш судьяһы, Әбйәлил йәштәре берлеге рәйесе Иҙел Баҡыев сараны асып, ярыш шарттары менән таныштырҙы

Халыҡ ижады ынйыларын йыйып...
12 апреля 2014 йыл | Хаттар

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Рух” фольклор ансамбле республика кимәлендә үткәрелгән "Башҡортостан ынйылары” фестиваль-конкурсында икенсе урын алып, лауреат булып ҡайтты.

Яҙмыш, булмыш, йәшәйеш… Хаттарҙа сағылһын
12 апреля 2014 йыл | Хаттар

Гәзитте төрлө төбәктә йәшәгән уҡыусыларҙың хаттарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Төрлө темаларға яҙылған хаттар ярҙамында ғына гәзитте бай йөкмәткеле, уҡымлы итергә мөмкин. Шуға ла мөхәрририәт һәр хатҡа ҙур иғтибар бирә. Көнүҙәк темаға яҙылғандары иһә бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ гәзит битенә сығарыла.

Көслөләр, таһыллылар еңде
12 апреля 2014 йыл | Спорт

Районда милли көрәште үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Әленән-әле төрлө кимәлдәге ярыштар уҙғарылып тора. Март айында ғына Сәйетбаба ауылында "Табын” гәзите призына милли көрәш ярышы үткәйне. Үткән аҙнала иһә Красноусолда "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында район хакимиәте башлығы призына милли көрәш бәйгеһе булып үтте. Ошонда уҡ гер күтәреү, ҡул көрәштереү бу-йынса ла ярыштар ойошторолдо. Йәғни ярыштар спорт фестивале төҫөн алды.
Ярышта Красноусол, Сәйетбаба, Имәндәш, Ҡауарҙы, Аҡкүл, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләренән, 130-сы һөнәрселек училищеһы, Красноусол башҡорт гимназияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан барлығы 12 команда составында 161 кеше ҡатнашты. Тантаналы шарттарҙа башланып киткән ярышҡа район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, уның урынбаҫары Руслан Салауатов һ.б. рәсми ҡунаҡтар килгән ине. Улар спортсыларға үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе.


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3