Һәр еңеү ҙә ҡәҙерле
16 апреля 2014 йыл | Мәғариф

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы ошо фән уҡытыусылары араһында "иң-иңдәр”ҙе асыҡлау, уларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Унда беҙҙең райондан йыл да бер уҡытыусы ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Быйыл был мәртәбәле конкурста "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе, Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусыһы Флүзә Фәрүәз ҡыҙы Баязитова (һүрәттә)  ҡатнашты һәм "Иң яҡшы инновацион  тәжрибә” номинацияһында еңеп сыҡты, "Киске Өфө” гәзитенең грамотаһы һәм бүләктәренә лайыҡ булды. 

Донъяны балҡытып йәшәй
16 апреля 2014 йыл | Хаттар

Һалҡын, ҡарлы ҡыш та артта ҡалды. Ергә яҙ ҡояшының йылы нурҙары һибелә. Ошо яҙғы ҡояштай күрәм мин Нәзирәне. Нәзирә Мәхмүт ҡыҙы Юлъяҡшинаны мәҙәниәт бүлегендә баш бухгалтер булып эшләй башлаған мәленән беләм. Эшенә
яуаплы ҡараған, көләс йөҙлө, кешелекле ҡатынды коллектив та хөрмәт итеп торҙо. Төп эшен биш бармағы кеүек белгән Нәзирә Мәхмүт ҡыҙы мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Бигерәк тә халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙә яратып уйнаны.

“Элекке” милиционерҙар булмай
16 апреля 2014 йыл | Хоҡуҡ

Милиция ветерандары үҙҙәренең һөнәри мөхитендә һәр ваҡыт ҙур абруй булып торҙо. Уларҙың бай хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе личный состав өсөн өлгө булып ҡына тормай, ә хоҡуҡ тәртибен нығытыуға үҙ өлөшөн индереп, енәйәттәрҙе асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.

“Сатурн” өлгө күрһәтә
16 апреля 2014 йыл | Ауыл хужалығы

11 апрелдә "Сатурн” крәҫтиән хужалығы базаһында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Ибраһимов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, БР Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Рафиҡ Ғабдуллин, "Россельхозцентр” федераль дәүләт учреждениеһы начальнигы урынбаҫары Рәмил Баһауетдинов, "Агросила” (Өфө районы), "Агроплазма” (Краснодар крайы), "Уфа-нефть” (Өфө) йәмғиәттәре вәкилдәре, райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, урта звено белгестәре, фермерҙар, ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре ҡатнашты.

Үҙидара көнө киң билдәләнәсәк
16 апреля 2014 йыл | ---

Муниципаль район хакимиәте 20 апрелдә районда Урындағы үҙидара көнө үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.
Красноусол фауылында ла Урындағы үҙидара көнө күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар менән билдәләп үтеләсәк.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2