Башҡараһы эштәр бихисап
23 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Етәкселәрҙең сираттағы дүшәмбе кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр ҡарал-ды. Унда ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәктәп директорҙары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров алып барҙы.

Ауылыбыҙ – алтын, халҡы - аҫыл
23 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Рәсәйҙең иң йәш иҫтәлекле көндәренең береһе – Урындағы үҙидара көнө Красноусолда ҙур байрам итеп билдәләнде. Байрам итерлеге лә бар районыбыҙ үҙәгенең. Республикала муниципаль берәмектәр эшмәкәрлеген сағылдырған конкурста ҡатнашып, Красноусол "Иң яҡшы муниципаль берәмек” номинацияһында 1-се урын яуланы!

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
23 апреля 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

Рәсәй Федерацияһында Урындағы үҙидара көнө айҡанлы урындағы үҙидара органдарында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәндәре өсөн бүләкләнделәр:
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән:

Умартасылар иғтибарына!
23 апреля 2014 йыл | Яңылыҡтар

Умартасылар иғтибарына!
25 апрелдә 11.00 сәғәттә район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР "Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан фәнни-тикшеренеү үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Әмир Ишемғолов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итә.
Ошо уҡ көндө уның ҡатнашлығында район умартасыларының йыйылышы була.

Һәр еңеү ҙә ҡәҙерле
16 апреля 2014 йыл | Мәғариф

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы ошо фән уҡытыусылары араһында "иң-иңдәр”ҙе асыҡлау, уларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Унда беҙҙең райондан йыл да бер уҡытыусы ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Быйыл был мәртәбәле конкурста "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе, Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусыһы Флүзә Фәрүәз ҡыҙы Баязитова (һүрәттә)  ҡатнашты һәм "Иң яҡшы инновацион  тәжрибә” номинацияһында еңеп сыҡты, "Киске Өфө” гәзитенең грамотаһы һәм бүләктәренә лайыҡ булды. 
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10