Беҙ - илебеҙ киләсәге
05 апреля 2014 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһында Йәш яҡташтар ассоциацияһы эшләп килә. Был ойошма 2000 йылда барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көндә уның рәйесе Айгөл Хафизова. Бында йыйылған йәш активистар спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа, фән өлкәһендәге конкурстарҙа, мәрхәмәтлелек акцияларында ҡатнашып, әүҙем тормош алып бара. Төрлө район йәштәре ял итеп кенә ултырмай, дуҫ-иштәренең, яҡташтарының күңелдәрен күтәрә, бик күп эштәр башҡара.

“Йәш гвардия” сәйәси лидерҙар үҫтерә
05 апреля 2014 йыл | Йәмғиәт

Районда "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының "Йәш гвардия” урындағы бүлексәһе эшләп килә. Үткән аҙнала район хакимиәтенең ултырыштар залында "Йәш гвардия”ның конференцияһы үтте. Уның эшендә "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе секретары урынбаҫары, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, "Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе етәксеһе Ә.М.Нуриев һәм төрлө ойошма, учреждение, ауыл биләмәләренән 42 делегат ҡатнашты.

Кескәйҙәр илендә байрам
05 апреля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Балалар баҡса-ларында төрлө байрам саралары үтеп тора. Бына тағы ла кескәйҙәр бер матур сараға, шиғыр һөйләүселәр конкурсына йыйылды. Красноусолдағы "Миләшкәй” балалар баҡсаһында үткән конкурс мәҙәниәт йылына арналды.

Ветеринария хеҙмәте эшмәкәрлеге
05 апреля 2014 йыл | Йәмғиәт

Район ветеринария станцияһы планға ярашлы эш алып бара. Былтыр диагностик тикшереү, профилактик прививкалар эшләү, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеүҙәр уҙғарыу буйынса 70 йүнәлештә эштәр башҡарылды. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы тарафынан еткерелгән пландар тулыһынса үтәлде.

ҺЫНМАҒАН УЛ ТОРМОШ ҺЫНАУҘАРЫНА
05 апреля 2014 йыл | Хаттар

Әсәйебеҙ Миннисара Закир ҡыҙы Шафиҡова Юлыҡ ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә уға. Бер йәш сағында атаһына "кулак” мөһөрө тағып, төрмәгә алып китәләр, ә бөтөн йорт-мөлкәттәрен тартып алалар.
Әсәһе Әминә бишенсе балаһына йөклө көйө, 4 бала менән урамда, ҡабыҡ аласыҡта тороп ҡала. Егәрле әсә балаларын ас-яланғас итмәҫ, уларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн бөтә көсөн һәм тырышлығын һала: балаҫын да, көйөҙөн дә, таҫтамалын да һуға,   киндер эшкәртеп күлдәк-ыштан тегә, тулаһын да баҫа. Әсәйебеҙ бәләкәй генә көйө Йәннүр ағаһы менән урмандан йүкә ағасы ташып, бакауиш ишеүҙәрен бөгөнгөләй хәтерләй. 3-4 йылдан атаһы ауырып ҡайтып, түшәккә ята һәм күп тә тормай үлеп китә. Әсәһе тағы ла яңғыҙ ҡала һәм яйлап бәләкәй генә өй һатып алып, шунда күсәләр.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10