Ыңғай күрһәткестәр өҫтөнлөк итә
05 апреля 2014 йыл | Йәмғиәт

2014 йылдың I кварталында район ЗАГС бүлеге тарафынан 366 гражданлыҡ хәле акты теркәлде, юридик әһәмиәттәге 527 эш башҡарылды.
Районыбыҙҙа ошо осорҙа 51 ғаилә (уҙған йылдың ошо осоронда – 45) барлыҡҡа килһә, 28 никах тарҡалды (былтыр 34 булған). Уларҙың 24-е – суд ҡарары, 4-һе үҙ-ара килешеү буйынса.

Депутат ярҙам итте
05 апреля 2014 йыл | Шылтырат!

("Урамдарыбыҙ ҡараңғы, юлдары үткеһеҙ”, "Табын”, 1 март, N 24-25)
"Нимә борсой? Шылтырат!” рубрикаһында Красноусолдың Крупская урамында йәшәүселәр үҙ округтарынан ауыл Советы депутаты Ф.Р.Вахитовҡа мөрәжәғәт итеп, ярҙам һорағайны.

Эҙләнеү эштәре лайыҡлы баһаланды
05 апреля 2014 йыл | Мәғариф

28 мартта Өфө ҡала округы Орджоникидзе районының 62-се муниципаль дөйөм белем биреү лицейында БР мәктәп уҡыусылары Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә эҙләнеү эштәре конкурсы үтте. Унда беҙҙең райондың 3 уҡыусыһы ла саҡырылды һәм барыһы ла үҙ эштәрен лайыҡлы яҡлап, еңеү менән ҡайтты.

Ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә
05 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Муниципаль район хакимиәте 2014 йылдың
1 апреленән 30 апреленә тиклем күсәренә баҫым билдәләнгәндән артыҡ булған транспорт сараларына урындағы әһәмиәтле юлдар буйлап йөрөүҙе ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

ҺӘР АУЫЛДЫҢ ҮҘ ЙӨҘӨ БАР
05 апреля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала иғлан ителгән Мәҙәниәт йылының матур саралары районда әүҙем дауам итә. Шуларҙың береһе – күптән түгел район мәҙәниәт һарайында тәүгеһенән күрһәтмә бренд-сара рәүешендә үтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10