Яуҙа ла, тыныс тормошта ла һынатманы
08 мая 2014 йыл | Хаттар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Кәшфулла Хәбибулла улы Ғөзәйеров хаҡында иҫтәлектәр
1 Майҙа уға 90 йәш тулған булыр ине. Әммә ул бынан 8 йыл элек вафат булды. Ваҡыт барыһын да дауалай, тиһәләр ҙә, йылдар уҙа барған һайын, уны юғалтыу һағышы көсәйә генә бара. Һуғыш иҫтәлектәре булған һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙы – Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, награда ҡағыҙҙарын һаҡ ҡына ҡулыма алам. Ә былары тыныс тормошта бирелгән Маҡтау грамоталары...

Беҙҙең быуын һеҙгә рәхмәтле
08 мая 2014 йыл | Хаттар

Һин йөрөгән юлдарға быйыл да
Май айы сәскәләр килтерҙе.
Һине бит ҡайтыр тип уйлай ул,
Миңә лә - ҡайтырһың шикелле.
Көҙ киткән турғайҙар ҡайттылар,
Сәскәләр терелде, ә һин – юҡ…
Моңая таң һайын һандуғас:
Ул һине юҡһына минең күк.
Байрамда беҙҙең тын табынға
Һинең дә өлөшөң ҡуйыла.
Беләбеҙ – ҡайтмайһың…
Шулай ҙа
Ҡайтырһың шикелле тойола.

Һөнәренә тоғро
08 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

Һәр эштең үҙ фәрештәһе була, тиҙәр. Район поликлиникаһы шәфҡәт туташы Асия Рафиҡова (һүрәттә) бала сағынан медицина өлкәһендә эшләргә хыялланған һәм уны тормошҡа ашырып, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелгән.

Киләсәккә өмөт бағлап
08 мая 2014 йыл | Урындағы үҙидара

1 Май байрамы алдынан район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әмир Минәхмәт улы Ишемғолов халыҡты ҡабул итте һәм район умартасылары менән осрашты.

Ноутбуклы булғығыҙ киләме?
08 мая 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәте уҡыусылар араһында иғлан иткән конкурста ҡатнашығыҙ
Йәйге каникулды нисек ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәрергә? Был тәңгәлдә район хакимиәтенең уҡыусыларға ҡыҙыҡлы тәҡдиме бар.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9