Балалар бәхете ғүмерҙе арттыра
17 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

2012 йылдың 31 майында РФ Президенты В.В.Путин 90 һәм унан өлкәнерәк йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына Рәсәй Президентының Ҡотлауын тапшырыу хаҡындағы Указға ҡул ҡуйғайны.
Был күрһәтмәгә ярашлы, беҙҙең районда ла 90 йәшен тултырған һәм өлкәнерәк йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына Президент Ҡотлауҙары тапшырыла.

Фронтовик һәм солоҡсо
17 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Миңнәхмәт Әхтәри улы Байбулдин – Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ил ҡаһармандарының береһе. 16 ғына  йәшендә һөнәр  алыу ниәте менән Красноусол быяла заводы янындағы ФЗУ-ға уҡырға кереп, быяла киҫеүсе һөнәрен үҙләштерә. Бөйөк Ватан һуғышы барған осор була был мәл, илде фашист илбаҫарҙарынан һаҡлар өсөн бы-уыны ла нығынып  етмәгән ҡыҙ-егеттәр фронтҡа китә. Улар араһында 17 йәшлек Миңнәхмәт тә була. Япон самурайҙарына ҡаршы һуғыш башланғас, Миңнәхмәт Байбулдин хеҙмәт иткән полк беренселәрҙән булып һуғышҡа индерелә. Ул Маньчжурияның ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштағы батырлығы өсөн "Батырлыҡ   өсөн", "Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән наградлана.

Кәрәк икән – булды танкист, ял иткәндә - гармонист
17 мая 2014 йыл | Хаттар

Танк йөрөтөүсе, тракторсы, шахтер, келәт мөдире, умартасы, баҡсасы, гармунсы, балта оҫтаһы, рәссам, шағир… Кемдер, бәлки, мине ниңә был һөнәрҙәрҙе һанай икән тип аптырар. Былай итеп теҙеп алып китеүем гәзит уҡыусыларҙы таныштырырға теләгән геройыма бәйле, сөнки ул бөтә ошо һөнәрҙәргә лә эйә, күп яҡлы талант эйәһе.

Берләштерелгән хужалыҡтағы эштәр
17 мая 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Көндәрҙең ҡапыл йылытып ебәреүе, май айының ғәҙәттәгенән эҫе булыуы баҫыу эштәре барышын күпкә тиҙләтте. Һауа температураһының 30 градусҡа тик-лем күтәрелеүе, көслө ел һөҙөмтәһендә тупраҡтағы дым көнләп түгел, сәғәтләп кәмей. Ошондай шарттарҙа район игенселәре һәр минутты  рациональ файҙаланып ҡалырға тырыша.

Осрашайыҡ, ауылдаштар!
17 мая 2014 йыл | Яңылыҡтар


Йылдың-йылы әле был, әле теге ауылда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”,ыы Шәжәрә байрамдары үтә.
Быйыл ибраһимдар ҙа бөтә ауылдаштарын бергә туплап, ошондай күркәм сара уҙғарырға йыйына. Ауылда йәшәүселәр үҙ-ара йыйылып-һөйләшеп, байрамды ойоштороу комитетын, уны үткәреү көнөн билдәләне лә инде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2