Тыл ветерандарын ҙурланылар
21 мая 2014 йыл | Хаттар

9 Май байрамын Байымбәт ауылында ла ҙурлап билдәләнек.
Был көндө йәше-ҡарты, шул иҫәптән тыл ветерандары ла ауыл клубына йыйылды. Былтыр байрам сараһында берҙән-бер иҫән ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны - Әбүбәкер Ҡорманғолов ҡатнашһа,  быйыл ауылыбыҙҙа һуғыш юлы үткән бер генә яугирҙың да ҡалмауы үкенесле булды, әлбиттә.

“Һеҙҙең батырлыҡ үлемһеҙ”
21 мая 2014 йыл | Хаттар

Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә Бөйөк Еңеү көнөнә арнап 5-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында "Һеҙҙең батырлыҡ үлемһеҙ” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль композиция уҙғарылды. Уны мәктәп китапханаһы китапханасыһы В.Кулагина менән үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Т.Сергеева әҙерләп уҙғарҙы.

Яҙ. Еңеү. Спорт
21 мая 2014 йыл | Спорт

Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығына арналған тантаналы сараны "Звезда” район гәзите призына еңел атлетика буйынса эстафета дауам итте.
Ярышта 15 урта, 5 төп дөйөм белем биреү мәктәбе, Красноусол, Сәйетбаба, Табын, Аҡкүл ауыл биләмәләре хакимиәттәре, "Красноусол” шифаханаһы, 130-сы һөнәрселек училищеһы командалары ҡатнашты.

Хаттары күңел йылыһы, ихласлыҡ, изгелек менән һуғарылған
21 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

Ҡаранйылға ауылында 1992 йылда асылған Жәлил Кейекбаев музейында ғалимдың тормошона, ижади эшмәкәрлегенә бағышланған күп материалдар менән бергә, илебеҙҙең төрлө тарафтарында эшләүсе күренекле кешеләрҙән уға килгән егермеләп хат һаҡлана.

Беҙҙекеләр – Чемпионат призерҙары
21 мая 2014 йыл | Спорт

30 апрелдән 3 майға тик-лем спорт ориентирлығы буйынса Башҡортостан Республикаһы һәм Федераль округ Беренселеге һәм Чемпионаты үтте. Унда Мәскәү, Һамар, Пенза, Ырымбур, Нижегородка өлкәләре, Өфө, Бөрө, Салауат, Көйөргәҙе, Ауырғазы, Ғафури, Иглин райондары спортсылары ҡатнашты. Беҙҙең райондың Балалар ижады үҙәге ориентирсылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17