“Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” кубогына спорт ярыштары үтте
21 мая 2014 йыл | Спорт

Апрель аҙағында "Еҙем”  физкультура-һауыҡтырыу комплексында  райондың ойошма-учреждениелары араһында "Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” ААЙ-е кубогына  спорт ярыштары  үтте. Спорт байрамын  "Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” ААЙ-енең Башҡортостан 8598-се һанлы Стәрлетамаҡ бүлексәһе (идаралыҡ хоҡуғында) һәм Ғафури район хакимиәте ойошторҙо.

Ир аҫылы эштә беленә
21 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

Ҡауарҙы егете
Ғафури районында гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылдар байтаҡ. Ҡауарҙы - тап шундайҙарҙың береһе. Йәй булһынмы, ҡышмы, көҙмө, яҙмы - был яҡтар күңелгә яҡын, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп, саҡырып тора.

Еңеү байрағын ҡаршылайбыҙ
21 мая 2014 йыл | Яңылыҡтар

23 майҙа Красноусолға Еңеү байрағы килтереләсәк
69 йыл элек, Берлиндың үҙәге өсөн ҡаты алыштар барышында, Идрица дивизияһының II дәрәжәләге Кутузов орденлы 150-се уҡсылар полкы һуғышсылары, сержант Михаил Егоров менән кесе сержант Мелитон Кантария штурм флагын еңелгән Берлин өҫтөнә - Рейхстаг бинаһына ҡаҙап ҡуя. Тап ошо флаг тарихта Еңеү байрағы булып мәңгеләштерелә.

Балалар бәхете ғүмерҙе арттыра
17 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

2012 йылдың 31 майында РФ Президенты В.В.Путин 90 һәм унан өлкәнерәк йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына Рәсәй Президентының Ҡотлауын тапшырыу хаҡындағы Указға ҡул ҡуйғайны.
Был күрһәтмәгә ярашлы, беҙҙең районда ла 90 йәшен тултырған һәм өлкәнерәк йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына Президент Ҡотлауҙары тапшырыла.

Фронтовик һәм солоҡсо
17 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Миңнәхмәт Әхтәри улы Байбулдин – Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ил ҡаһармандарының береһе. 16 ғына  йәшендә һөнәр  алыу ниәте менән Красноусол быяла заводы янындағы ФЗУ-ға уҡырға кереп, быяла киҫеүсе һөнәрен үҙләштерә. Бөйөк Ватан һуғышы барған осор була был мәл, илде фашист илбаҫарҙарынан һаҡлар өсөн бы-уыны ла нығынып  етмәгән ҡыҙ-егеттәр фронтҡа китә. Улар араһында 17 йәшлек Миңнәхмәт тә була. Япон самурайҙарына ҡаршы һуғыш башланғас, Миңнәхмәт Байбулдин хеҙмәт иткән полк беренселәрҙән булып һуғышҡа индерелә. Ул Маньчжурияның ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштағы батырлығы өсөн "Батырлыҡ   өсөн", "Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән наградлана.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17