"Иң матур ауыл ихатаһы"
14 мая 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәте ғаилә хужалыҡтарын үҫтереү, кешеләрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү, килемен үҫтереү юлдарын табыу, ауыл тормошон йәнләндереү, урындағы йолаларҙы һаҡлау маҡсатында "Ғафури районының иң яҡшы ауыл ихатаһы” конкурсы иғлан итә.

Ул йылдарҙың даны һүнмәҫ...
14 мая 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы районда киң билдәләп үтелде. Һәр бер ауыл биләмәһендә Еңеү көнөнә бағышлап тантаналы саралар үткәрелде, һуғыш ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындары, тыл ветерандарына хөрмәт күрһәтелде. 9 Май көндө Красноусолда ра-йон хакимиәте ҡаршыһындағы майҙанда Еңеү көнөнә бағышланған тантаналы митинг булып үтте.

“Өмөтлө ҡәләм” дуҫтарын йыя
14 мая 2014 йыл | Яңылыҡтар


Мәктәп уҡыусылары араһында барған "Өмөтлө ҡәләм” ижади бәйгеһенең йомғаҡлау кисәһе кисектерелеп торғайны.

Сәйетбаба уҡыусылары елдән етеҙ
14 мая 2014 йыл | ---


4 майҙа Өфө районының Авдон ҡасабаһында БР мәктәп уҡыусыларының 16-сы спартакиадаһы сиктәрендә еңел атлетика буйынса ярыш үтте.
Унда Сәйетбаба мәктәбе командаһы ҡатнашты һәм 3-сө урын яуланы. Физкультура уҡытыусыһы Илнур Шәйәхмәтов (ул оҙаҡ йылдар физкультуранан уҡытҡан атаһы Ринат Мотиғулла улының эшен дауам итә) етәкселегендәге команда яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Яуҙа ла, тыныс тормошта ла һынатманы
08 мая 2014 йыл | Хаттар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Кәшфулла Хәбибулла улы Ғөзәйеров хаҡында иҫтәлектәр
1 Майҙа уға 90 йәш тулған булыр ине. Әммә ул бынан 8 йыл элек вафат булды. Ваҡыт барыһын да дауалай, тиһәләр ҙә, йылдар уҙа барған һайын, уны юғалтыу һағышы көсәйә генә бара. Һуғыш иҫтәлектәре булған һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙы – Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, награда ҡағыҙҙарын һаҡ ҡына ҡулыма алам. Ә былары тыныс тормошта бирелгән Маҡтау грамоталары...
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 17