Юлыҡ ауылының тамғалары
30 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Ғайса Хөсәйеновтың «Башҡорт тамғалары, тамғалы яҙыуҙар, балбалдар китабында» билдәләнеүенсә: «Башҡорттар борон-борондан әйберҙәргә, ағасҡа, ташҡа тамға һалыр булған. Ул ниндәйҙер бер мәғәнәгә эйә йолаға, үҙенсә бер ҡанунға әйләнеп киткән. Уның мәғлүм бер тәғәйенләнеше, айышы билдәләнгән. Бер боронғо айышы ҡәүем, ҡәбилә булһа, аҙағырак ырыу билдәһе рәүешен алған, буғай. Төрки уғыҙ хикәйәттәрендә Уғыҙ ҡағандың бер төркөм ҡәүемдәргә тамға, ағас, ҡош, оран исемдәрен билдә итеп тәғәйенләп биргәнлеге сағыла. Боронғо башҡорттар ҙа Уғыҙ ҡаған (хан) ҡулынан изге тамға, ағас, ҡош, оранға эйә булған, тиелә. Риүәйәттәр, тәүарихтар һөйләүенсә, был йоланы Сыңғыҙ хан да дауам итеп, башҡорт ырыу башлыҡтарының һәр береһенә тәғәйенләп тамға, ағас, ҡош, оран атап биргән. Йәғни был атамалар һәр ҡәүем, ырыуҙың атрибутына әүерелгән. Ҡош тәпәйен йәки ниндәйҙер һынды хәтерләткән тамғаларға мәжүсилек замандарынан ҡалған, изге мәғәнәләр ҙә һалынған булһа кәрәк. Taмғa ырыу эмблемаһы функцияһын үтәгән. Ырыу башлығы өсөн тамғаһы дәрәжә билдәһен сағылдырған.

Яратҡан Ҡырымым
30 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Был һүҙҙәрҙе мин ысын йөрәктән әйтәм. Сөнки йәшлегемдең иң йәмле, матур өс йылы ошонда – Ҡара диңгеҙ флотында үтте.
1961 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағандан һуң буласаҡ тормош иптәшем Миңзәлә менән мине йүнәлтмә буйынса Миәкә районы Бикҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр. Мин -  физика һәм математика, ә Миңзәлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, йыр дәрестәренән уҡытты. Коллективта башлыса йәштәр һәм барыһының да дәрте ташып тора. Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән концерт бригадаһы ла ойоштороп ебәрҙек һәм күрше-тирә ауылдарға ла сығып концерттар ҡуйҙыҡ. Минең ҡулда - баян, йырлау ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ә Миңзәлә матур итеп төрлө бейеүҙәр башҡара, шиғыр, монологтар һөйләй ине.

Ағинәйлек–рухиәт билдәһе
30 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Май аҙаҡтарында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаиләне, балалыҡты, әсәлекте һәм атайлыҡты яҡлау буйынса комиссия рәйесе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева  район ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, республиканың Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Белорет, Учалы райондарында киң ҡолас йәйеп эшләй башлаған «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһы тураһында һөйләне һәм беҙҙә лә был изге эшкә нигеҙ һалды.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында Имәндәш, Юрмаш, Юлыҡ, Родина ауылдарында «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килде, ҡор эшенә ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, депутаттар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, дини ойошма вәкилдәре йәлеп ителде.

“Ҡояшҡай”ҙа күңелле!
30 июня 2014 йыл | Мәғариф

   … - Кем ул окулист?
- Йөрәкте дауалаусы табипты кем тип атайҙар?..
Был медицина өлкәһендәге белемен камиллаштыра ахры, тип уйлай күрмәгеҙ. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Ҡояшҡай” көндөҙгө йәй лагерына йөрөүсе уҡыусыларҙың "баш табип” - тәрбиәсе Айгөл Рауил ҡыҙы үткәргән "Йәш табиптар” уйынын нисек уйнағандарын иҫкә төшөрөп ултырыуым.

«Башҡортостан Республикаһы Ғафури район муниципаль районының юл фондынан финансланған БР Ғафуусол ауыл биләмәһенә тапшырыу тураһында»
30 июня 2014 йыл | Урындағы үҙидара

«Башҡортостан Республикаһы Ғафури район
муниципаль районының юл фондынан финансланған БР Ғафуусол ауыл биләмәһенә тапшырыу тураһында»  
БР Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарары
"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән 131-се Федераль Закондың 14-се статьяһы 6-сы пункты, 15-се статьяһы 4-се пунктына һәм "Рәсәй Федерацияһы автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2007 йылдың 8 ноябрендә ҡабул ителгән 257-се Федераль Законына, 2013 йылдың 31 октябрендәге Муниципаль район Советының "БР Ғафури район муниципаль районында юл фонды булдырыу тураһында” ҡарарына таянып һәм ра-йон хакимиәтенең тәҡдимен ҡарап, Муниципаль район Советы ҡарар итте:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12