“Ыуылдырыҡ сәсеү”
04 июня 2014 йыл | Хоҡуҡ


Балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡ бойороғона ярашлы, республика йылғаларында балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү мәлендә балыҡ тотоуҙы тыйыу йәһәтенән район биләмәһендә 1 майҙан 10 июнгә тиклем "Ыуылдырыҡ сәсеү” шартлы исем аҫтында оператив профилактик сара бара. Ул ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡ запасын һаҡлауға, браконьерлыҡ факттарын асыуға йүнәлтелгән.

Билбаулы көрәштә һынатманылар
04 июня 2014 йыл | Спорт


31 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса республика беренселегенә бәйге үтте. Унда  райондың билдәле көрәшселәре - Сәйетбаба  ауылынан Рәйес Юлбарисов, Еректән Артур Йәғәфәров, Красноусолдан Анатолий Маркисов ҡатнашты. Тәүгеһенән ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, көрәшселәребеҙ уңышлы сығыш яһаны.