Ҡапҡа – хужаның йөҙө
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, ра-йонда ауыл биләмәләрен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәреү айлығы 8 июнгә тиклем оҙайтылды. Ра-йон хакимиәте башлығының был ҡарарына ярашлы, уның үтәлешен тикшереү маҡсатында "Звезда” гәзите хәбәрселәре менән берлектә Красноусол – Архангел районы йүнәлешендәге оло юл өҫтөндә урынлашҡан ауылдарҙың, шулай уҡ юлдарҙың хәл-торошон, төҙөклөгөн ҡарап сығырға булдыҡ. Был юлдан үтеп йөрөгән һәр кем ошонда күргәндәренән сығып районыбыҙҙың дөйөм күренеше хаҡында фекер төйнәй ҙә инде. Шуға ла был юл аша үткән ауыл биләмәләре хакимиәттәре алдына икеләтә ҙурыраҡ бурыстар һалынған һәм улар мотлаҡ үтәлергә тейеш.

Һаулығыбыҙ төтөн булып елгә оса
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Йәйге иртә. Бар тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән. Ауыл ситендәге ҡыуаҡлыҡта һандуғастар һайрай. Һауа шундай саф. Тын алыуҙары рәхәт. Күкрәк тултырып иртәнге саф һауаны һулайым. Тәбиғәт  хозурлығы, үпкәләрҙе киңәйтеп ебәргән иртәнге һалҡынса һауа, төрлө-төрлө нәфис сәскәләрҙең хуш еҫтәре илерткес хистәргә күмә. Күңелдә матур тойғолар тыуа. "Ниндәй матур был тормош”, - тип уйлайым хуш еҫтәргә иҫереп. Ана, унда, сәскәләргә күмелгән һуҡмаҡ буйлап, былай ҙа гүзәл донъяға тағы ла йәм өҫтәп, үҙҙәре лә сәскә  кеүек ҡыҙ-ҡырҡын  килә. Иртәнге наҙлы елдәр уларҙың сәстәрен тарай. Ҡояш нурҙары йөҙҙәренә, ирендәренә ҡағылып иркәләй.

Илнур йәнә Гран-при яуланы
09 июня 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Илнур Үлмәҫбаев төрлө мәҙәни конкурстарҙа еңеү артынан еңеү яулай. Былтыр көҙ Туймазы ҡалаһында үткән "Оҙон көй” конкурсында - II урын, быйыл районда Зәки Мәхмүтов исемендәге төбәк-ара конкурста - Гран-при, ә ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында үткән "Ирәндек моңдары” конкурсында йәнә Гран-при яулап ҡайтты.

Сауҙалашҡан - уҙыр, өйҙә ятҡан - туҙыр
09 июня 2014 йыл | Урындағы үҙидара

27 майҙа район хакимиәтендә сираттағы Иҡтисад көнө булып үтте. Уның эшендә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, ауыл биләмәһе башлыҡтары,  мәктәп директорҙары, эшҡыуарҙар, учреждение, предприятие, ойошма етәкселәре ҡатнашты. Иҡтисад көнөн район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров алып барҙы.

Яулаған бейеклекте юғалтмау – үҙе батырлыҡ
09 июня 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ниндәй ҙә булһа бейеклектәргә күтәрелеү, ауыр булһа ла, мөмкин. Ә бына ул бейеклектә ҡалыу күпкә ауырыраҡ.
Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6