Сәхнә йондоҙо
23 июня 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бала саҡта һәр кемдең үҙе генә белгән, сер итеп һаҡлаған хыялы була. Ошо хыял йондоҙҙай балҡып, бала күңелен яҡты хистәргә күмә. Район мәҙәниәт һарайының методик бүлек мөдире Рәзилә Рәйес ҡыҙы Хәбибуллина ла (һүрәттә) бала саҡтан үҫкәс артистка булырға хыялланған. Һәм Хоҙай биргән һәләте, үҙенең тырышлығы, маҡсатына ынтылып йәшәүе менән хыялы тормошҡа ашты. Шуға ла мин уны бөгөн иң бәхетле кешелер тип уйлайым.

Йәшәүгә дәрт һәм ҡеүәт бирә
23 июня 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күптән түгел үҙәк район китапханаһында яҡташыбыҙ Гөлнур Яҡупованың "Ҡатындар” трилогияһы буйынса китап уҡыусы-лар конференцияһы үтте. Башта Г.Яҡупованың биографияһына, ижадына байҡау яһалды. Артабан һөйләшеү әҫәр хаҡында, унда һүрәтләнгән ҡатын-ҡыҙ образдары, өләсәйҙәр тәрбиәһе, ир-аттың ғаиләләге урыны, атайҙар тәрбиәһе хаҡында барҙы.

Сират күпере
23 июня 2014 йыл | Хаттар


Беҙҙең Таш-Аҫты ауылы халҡы Еҙем йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күперҙе сират күпере тип атай башланы. Шулай тип әйтерлек тә шул: таҡталары сереп, һынып бөтөп бара, абайламайыраҡ баҫһаң, йылғаға осоп төшөүең дә ихтимал.

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
23 июня 2014 йыл | Хаттар

Күршеңдең хәлен белеп торһаң, үҙеңә мең сауап алырһың, тиелә хәҙистә. Аллаға шөкөр, күршеләрҙән уңдым мин. Бына шуларҙың береһе Айзирәк бигерәк күңелемә яҡын. Уны күптәр: "Беҙҙең Айзирәк”, - тип йөрөтә. Һәр кемгә асыҡ йөҙлө, иғтибарлы шул үҙе лә.

“Әкиәт” ҡошсоҡтарын осорҙо
23 июня 2014 йыл | Хаттар

Бар донъя йәшеллеккә төрөнгән бер мәлдә мәктәптәр генә түгел, балалар баҡсалары ла үҙ ҡошсоҡтарын осора. Эйе, улар тап ошонда ҡанат нығытҡандан һуң мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа ла инде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2