Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ...
25 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Уның тәүге юлдарын ата-әсә "яҙһа”, икенсе, өсөнсө юлдары уҡытыусының, мәктәп тәрбиәһенең өлөшөнә тейә. Тик нисек итеп балаларға дөрөҫ юлды күрһәтергә, үҙ-үҙендә ышаныс тәрбиәләргә, уларҙы ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәтергә? Сирек бы-
уат ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева, минеңсә, был һорауҙарға дөрөҫ яуап тапҡан. Ул үҙе етәкселек иткән 7-се кластағы  уҡыусы балалар күңеленә иман орлоҡтарын "сәсеп”, үҙе менән бергә дин юлына баҫтырған...

Наркомания – үлемесле сир
25 июня 2014 йыл | ---

Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға хәүеф янай. Ул офоҡта бик күҙгә салынмаған аҡ болот кеүек кенә тойолһа ла, күптәр был ҡурҡыныс ямғыр аҫтына эләкте лә инде. Был хәүеф – наркомания. Ул эпидемия закондары буйынса тарала: бер наркоман йылына 13-15 кешене зарарлай.
Нимә ул наркомания? "Нарке” боронғо грексанан "хәрәкәтһеҙ”, "аңһыҙ” (иҫһеҙ) тигәнде аңлата. Дарыу-наркотиктарҙы ауыр сирлеләргә ғазаптарын еңеләйтеү, ауыртыныуҙарын тоймаһын өсөн бирәләр. Әммә был дарыу-наркотиктарҙың мәкерле үҙенсәлектәре лә бар. Организм уға өйрәнеп китә һәм яңынан-яңы дозалар талап итә башлай. Был саҡта кеше  нығыраҡ, ҡурҡынысыраҡ ғазаптар, ауыртыныуҙар кисерә.
Наркомания – ауыртыныулы, еңә алмаҫлыҡ наркотик матдәләргә ылығыу, уға бәйле булыу. Был ылығыуҙан кеше ҡотола алмай. Наркотикҡа күнеккән организм уға ҙур ихтыяж кисерә, уны ҡәнәғәтләндереү өсөн кеше алдашыуға, урлашыуға, хатта үлтереүгә барып етергә мөмкин, уның уйында ни бары наркотик табыу ғына була.

Сабый тыуҙы, шатлыҡ артты… Йәш ғаиләләргә тантаналы рәүештә сабый тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды
25 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Күңелле мәшәҡәттәр өҫтәп ғаиләлә сабый тыуа, өр-яңы ғүмер башлана. 30 майҙа Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ғаиләләре артыу шатлығын кисергән бәхетле парҙар ЗАГС бүлеге һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сараға саҡырылды.
"Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре Олеся һәм Салауат Мәжитовтар ғаиләһендә 7 майҙа икенсе бала булып ҡыҙҙары Мәҙинә тыуған, тәүгеһе – улдары Рөстәмгә 5 йәш. Ошо уҡ көндә Красноусолдан Юлиә менән Артемий Григорьевтар тәүге сабыйҙары Никитаға атай-әсәй булыу бәхете кисергән. Анастасия менән Виктор Захаровтар ғаиләһендә лә 13 майҙа ир бала донъяға килгән. Көтөп алған тәүге сабыйҙарына яратып Владислав тигән исем биргәндәр.

Яңғыҙ яугир яу ҡайтармай
25 июня 2014 йыл | Сәйәсәт

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзалары Башҡортостан Президенты вазифаһына үҙ дәғүәсеһен билдәләне. Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы делегаттары бер тауыштан тиерлек Рөстәм Хәмитовтың кандидатураһын раҫланы.
Партияның июнь башында булған алдан һайлауы ваҡытында алты кандидат араһынан өсәү үткәйне: Рөстәм Хәмитов, Булат Йомаҙилов һәм Рафаэль Мәрҙәншин. Был юлы йәшерен тауыш биреү өсөн 216 бюллетень әҙерләнгән булһа, тауыштарҙың 209-ы Рөстәм Хәмитовҡа бирелде.

Мәғлүмәт белдереүе
25 июня 2014 йыл | Урындағы үҙидара

23 июндә район Советының сираттағы 28-се ултырышы булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ҡатнашты. Көн тәртибендә "Ауыл биләмәләрендә янғын һағы хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итеү тураһында”, "Район биләмәһендә "Башҡортостан Республикаһында  торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы    БР Законын ғәмәлгә ашырыу тураһында”, "Районды һыу менән тәьмин итеү, һыу үткәреү торошо тураһында”,  "Юл фондынан финансланған урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлау вәкәләтлектәрен Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһенә  тапшырыу тураһында”ғы мәсьәләләр ҡаралды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2