«Гәзитһеҙ ҡалғаным юҡ»
30 июня 2014 йыл | Матбуғат

 - «Табын»ды ла, «Звезда»ны ла йылдың-йылы алдырам. Үҙем рәхәтләнеп «Табын»ды уҡыһам, балаларға рус телендәгеһен яҙҙырам. Башҡортса һөйләшә белһәләр ҙә, уҡыуы ауырыраҡ бирелә уларға, - ти Табын ауылында йәшәүсе Көмөшбикә апай Шәрипова.  - Әле бына бүләккә һауыт-һаба йыйылмаһы отҡанымды белгәс, балаларҙай шатландым. Гәзиткә бүләк тип яҙылмаһаҡ та, көтөлмәгән шатлыҡ икеләтә ҡәҙерлерәк, һиммәтлерәк икән.

Ҡышын да, йәйен дә һынатмайҙар
30 июня 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Һуңғы осорҙа яуып торған ямғырҙар үләндең күтәрелеүенә һәм тығыҙланыуына булышлыҡ итте. Тап ошо осорҙа хужалыҡтар мул һөт етештереп ҡалырға тырыша ла инде. Сөнки был мәлдә продукцияның үҙҡиммәте түбән була.

Кандидаттар билдәләнә
30 июня 2014 йыл | Сәйәсәт


Партияларҙың
республика төбәк бүлексәләре, конференциялар ойоштороп, үҙ кандидатураларын барлай башланы.

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ...
25 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Уның тәүге юлдарын ата-әсә "яҙһа”, икенсе, өсөнсө юлдары уҡытыусының, мәктәп тәрбиәһенең өлөшөнә тейә. Тик нисек итеп балаларға дөрөҫ юлды күрһәтергә, үҙ-үҙендә ышаныс тәрбиәләргә, уларҙы ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәтергә? Сирек бы-
уат ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева, минеңсә, был һорауҙарға дөрөҫ яуап тапҡан. Ул үҙе етәкселек иткән 7-се кластағы  уҡыусы балалар күңеленә иман орлоҡтарын "сәсеп”, үҙе менән бергә дин юлына баҫтырған...

Наркомания – үлемесле сир
25 июня 2014 йыл | ---

Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға хәүеф янай. Ул офоҡта бик күҙгә салынмаған аҡ болот кеүек кенә тойолһа ла, күптәр был ҡурҡыныс ямғыр аҫтына эләкте лә инде. Был хәүеф – наркомания. Ул эпидемия закондары буйынса тарала: бер наркоман йылына 13-15 кешене зарарлай.
Нимә ул наркомания? "Нарке” боронғо грексанан "хәрәкәтһеҙ”, "аңһыҙ” (иҫһеҙ) тигәнде аңлата. Дарыу-наркотиктарҙы ауыр сирлеләргә ғазаптарын еңеләйтеү, ауыртыныуҙарын тоймаһын өсөн бирәләр. Әммә был дарыу-наркотиктарҙың мәкерле үҙенсәлектәре лә бар. Организм уға өйрәнеп китә һәм яңынан-яңы дозалар талап итә башлай. Был саҡта кеше  нығыраҡ, ҡурҡынысыраҡ ғазаптар, ауыртыныуҙар кисерә.
Наркомания – ауыртыныулы, еңә алмаҫлыҡ наркотик матдәләргә ылығыу, уға бәйле булыу. Был ылығыуҙан кеше ҡотола алмай. Наркотикҡа күнеккән организм уға ҙур ихтыяж кисерә, уны ҡәнәғәтләндереү өсөн кеше алдашыуға, урлашыуға, хатта үлтереүгә барып етергә мөмкин, уның уйында ни бары наркотик табыу ғына була.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12