Яулаған бейеклекте юғалтмау – үҙе батырлыҡ
09 июня 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ниндәй ҙә булһа бейеклектәргә күтәрелеү, ауыр булһа ла, мөмкин. Ә бына ул бейеклектә ҡалыу күпкә ауырыраҡ.
Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Көнөнә 16 центнер һөт һатыла
09 июня 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Сәйетбаба ауылынан эшҡыуар Фәйез Фәйзуллин халыҡ өсөн бик мөһим, файҙалы эш – шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыуҙы ойошторғайны. Бына ун йылдан ашыу инде был эш уңышлы алып барыла. Быйыл да март  башынан уҡ ауыл халҡы һөт тапшыра башлаған. Миндулла Ғәлләмов, Рафаил һәм Әхмәҙи Латиповтар, Шакир Мөхәмәтҡолов (Туғай)  таң менән ауыл, урам буйлап һөт йыйырға сығалар.

Арҙаҡлы яҡташтар - йәштәргә өлгө
09 июня 2014 йыл | Хаттар

Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ауылдарҙың социаль-иҡтисади үҫешенә арналған «Арҙаҡлы яҡташтар – йәштәргә өлгө» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Күптән уйланылған был сараға мәртәбәле яҡташтарыбыҙҙың ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ. Сараға әҙерлек ваҡытында саҡырыласаҡ ҡайһы бер яҡташтарыбыҙ ҡайтҡан арала йә мәктәптә, йә ауыл биләмәһе хакимиәтендә осрашып һөйләшеүҙар алып барылды. Уларҙың һәр береһе ауылыбыҙ, халыҡтың йәшәйеше, йәштәрҙең киләсәге өсөн борсола, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға, төплө кәңәштәрен бирергә әҙер тороуҙарын белдерҙеләр. Оҙаҡ йылдар «Йондоҙ» колхозы рәйесе булып эшләгән «Почет Билдәһе» ордены кавалеры (хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй) Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов, «Башҡортостан» гәзите журналисы Венер Айҙар улы Исхаҡов, Красноусолда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҙаҡ йылдар «Йондоҙ» колхозының партия ойошмаһын етәкләгән, әүҙем тормош алып барыусы Уйылдан Әйүп улы Шәрипов ауыл халҡы, йәмәғәтселек, уҡыусы балалар менән осрашып, теләктәрен белгертеп киткәндәр ине инде.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Был девиз һуғыш йылдарының бер хәтере булып тора. Тарихта мәңгелеккә урын алған иң шанлы осор – һуғыш йылдары, яугирҙарҙың батырлығы онотолорға тейеш түгел. Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы һәр ерҙә ҙурлап байрам ителде. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Мәскәү ҡалаһының Еңеү музейында һаҡланған, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү билдәһе итеп Рейхстаг түбәһенә ҡаҙалған Байраҡ республикабыҙҙың ҡала-ауылдары буйлап йөрөтөлдө. 23 май көндө Красноусолда район халҡы ошо тарихи ваҡиғаның шаһиты булып, Еңеү Байрағын ҡаршы алды.

Алда әле тормош имтиханы…
09 июня 2014 йыл | Мәғариф

Яҙ тантана итә урамдарҙа,
Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына.
Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау
Һағыш өҫтәй яҙға саҡ ҡына.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 12