Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Был девиз һуғыш йылдарының бер хәтере булып тора. Тарихта мәңгелеккә урын алған иң шанлы осор – һуғыш йылдары, яугирҙарҙың батырлығы онотолорға тейеш түгел. Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы һәр ерҙә ҙурлап байрам ителде. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Мәскәү ҡалаһының Еңеү музейында һаҡланған, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү билдәһе итеп Рейхстаг түбәһенә ҡаҙалған Байраҡ республикабыҙҙың ҡала-ауылдары буйлап йөрөтөлдө. 23 май көндө Красноусолда район халҡы ошо тарихи ваҡиғаның шаһиты булып, Еңеү Байрағын ҡаршы алды.

яңылыҡтар
09 июня 2014 йыл | Яңылыҡтар

Гәзиттәрҙә - яңы рубрика
Башҡортостандың район гәзиттәрендә «Президент ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә» рубрикаһы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта ошо көндәрҙә үткән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында мәғлүм булды.
Проект әлегә әҙерләнә. Һорауҙар республика Президенты адресына почта аша йәки рәсми сайтҡа электрон форма ярҙамында килгән хаттарҙың ижтимағи мөһимдәре иҫәбенән һайланып алынасағы билдәле. Рубрика айына бер-ике тапҡыр сығасаҡ. Проектҡа бөтә район гәзиттәре йәлеп ителәсәк.

Театр сәнғәте тормошто биҙәй
09 июня 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Заман елдәре нисек кенә иҫһә лә, тормош дауам итә. Матди байлыҡ өҫтөнлөк иткән заманда, сәхнәне, ғөмүмән, мәҙәниәтте үҙ итеүселәр ҙә юҡ түгел. Сәнғәт тип йән атыусылар һирәгәйгәндән-һирәгәйә барһа ла, уға мөкиббән бирелгәндәр ҙә етерлек.
Үтәк ауылы үҙешмәкәрҙәргә бай яҡ. Ауыл кешеләре мәҙәни сараларҙа: спектаклдәрҙә, концерттарҙа, төрлө смотрҙарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Улар күп йылдар дауамында ауыл халҡының иң яратҡан үҙешмәкәр артистарына әүерелде, уларҙың сығыштарын һәр саҡ көтөп алалар.

Йылғалар шишмәләрҙән башлана
09 июня 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бар тирә-йүн йәшеллеккә күмелгән хозур бер мәлдә, май айының сыуаҡ бер көнөндә Сәйетбаба урта мәктәбендә "Өмөтлө ҡәләм” конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Билдәле яҡташыбыҙ, шағирә, яҙыусы Гөлнур Яҡупованың "Һәләтле балалар” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында тәҡдим иткән конкурсы "Табын” гәзите тырышлығы һәм мәғариф бүлеге ярҙамы менән 13-сө тапҡыр уҙғарылды. "Өмөтлө ҡәләм”гә тип ебәрелгән ижади эштәр йыл буйына редакция папкаһына йыйыла, бик күптәре гәзит биттәрендә баҫыла бара. Быйыл да комиссия тарафынан 300-ләп эш ҡаралды.

Төрлө йүнәлештә үҫешә
09 июня 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Элекке "Архангельский” совхозы базаһында өр-яңынан барлыҡҡа килгән "Кузин” крәҫтиән хужалығы күтәрелеш осоро кисерә. Сит ил инвес-торы был төбәккә килеп киткәндән һуң алға китеш күҙәтелмәне. Шуға ла яңы барлыҡҡа килгән хужалыҡҡа барыһын да яңынан башларға тура килде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12