Түлтебей буйҙарын гөрләтеп
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

"Урожай” КХ-һы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә байтаҡ йылдар инде матур йола йәшәп килә: йылдың-йылы яҙғы баҫыу эштәре теүәлләнеп, йәйге хәстәрлектәргә күсерҙән алда тотош хужалыҡ эшсәндәрен бергә йыйып, уңыштарҙы барлайҙар, алда торған бурыстар хаҡында һөйләшәләр, хеҙмәт алдынғыларын хөрмәтләйҙәр. Икенсе төрлө әйткәндә, үҙ эшсәндәре өсөн һабантуй байрамы ойошторалар бында.
…Байымбәт ауылына терәлеп ятҡан Түлтебей күле буйында иртә менән ҡаҙандар аҫылды. Әкренләп төрлө ауылдарҙан кемдер машинала, кемдәрҙер ат арбаһына тейәлеп һабантуй сәхнәһе янына йыйыла башланылар. "Урожай”ҙарҙың байрам  шатлығын уртаҡ-лашырға Муниципаль ра-йон Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, ауыл хужалығы бүлеге иҡтисадсыһы Ғәзинур Суфиянов та килеп етте.
Хужалыҡ етәксеһе Нәжип Хисаметдинов Һабантуйҙы асып, йыйылыусыларҙы игенселәрҙең төп байрамы менән тәбрикләне, яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Дуҫтар ауыр саҡта һынала
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт


Ғафуриҙар Ҡырымдағы туғандаштарыбыҙға ярҙам йөҙөнән 1,5 миллион һум аҡса йыйҙы
Билдәле булыуынса, Рәсәй Хөкүмәте тәҡдиме буйынса Башҡортостан Ҡырым Республикаһының Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Был районда йәшәүсе туғандаштарыбыҙ һәр яҡлап ярҙамға мохтаж. Етештереү сәнәғәте юҡ, халыҡ нигеҙҙә ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. 23 йыл һуҙымында Украина составында булған Ҡырымда иҡтисадты, социаль өлкәне, мәҙәниәтте үҫтереү тәңгәлендә бер нәмә лә эшләнмәгән, газ, һәйбәт юлдар юҡ, һыу менән тәьмин ителеш ҡәнәғәтләнерлек түгел, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү түбән кимәлдә. Дөйөмләштереп әйткәндә, бында йәшәүсе халыҡ бик ауыр шарттарҙа көн итә. Шуға ла улар бәләкәй генә ярҙамға ла ифрат шатланалар. Белогорск халҡының хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында район предприятиелары һәм ойошмаларында, бюджет учреждениеларында, халыҡ араһында Хәйриә акцияһы ойошторолғайны. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Ирина Небогатова был акцияның нисек үтеүе хаҡында һөйләй. Һүҙ - уға:

Урал батыр рухы йәшәй уларҙа
09 июня 2014 йыл | ---

Күптән түгел Красноусол башҡорт гимназия-интернатында "Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең район бәйгеһе үтте. Ике турҙан торған конкурста гимназия, Красноусолдағы 1-се, Юлыҡ, Сәйетбаба, Йөҙимән, Табын, Родина, Яңғыҙҡайын, Үзбәк мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Маҡсаттары – кешеләргә ярҙам итеү
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

РФ Президентының 2000 йылдың 27 октябрендәге Указына ярашлы, йыл һайын 8 июндә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа халыҡты социаль яҡлау системаһын камиллаштырыу, уның һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү буйынса бик күп эшләнелә. Һөнәри байрамдарын нисек ҡаршылауҙары хаҡында ҡыҙыҡһынып, БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса респуб-лика халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалының Ғафури районы бүлеге начальнигы Рамазан Миңлегәрәй улы МӨХӘМӘТШИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Продукцияларына ихтыяж ҙур
09 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Һыу - йәшәү сығанағы, тибеҙ. Ысынлап та, тормошобоҙҙо һыуһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Быйылғы эҫе йәйҙә һыуҙың әһәмиәте тағы ла арта төшә. Эҫе селләлә үҫемлектәр генә түгел, кешеләр ҙә эсәр һыуҙы күберәк ҡуллана. Шуға ла минераль һәм эсәр һыу тултырыу менән шөғөлләнеүсе предприятиеларҙа әле ҡыҙыу мәл.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12