Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
12 июля 2014 йыл | Яңылыҡтар

Районда
*Мәләүез районында 2014 йыл уңышын урып йыйыу эштәрен ойоштороуға арналған республика кәңәшмәһе үтә. Был сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Ф.Ибраһимов етәкселегендәге район делегацияһы ла ҡатнаша.
*Район малсылары бөгөнгө көндә һәр һыйырҙан 12,9 килограмм һөт һауа. Был үткән йылғы кимәлдән юғарыраҡ.
*Бөгөнгө көнгә район хужалыҡтарында барлығы 4500 тонна бесән, 6500 тонна сенаж әҙерләнгән. Шартлы мал башына 7,6 аҙыҡ берәмеге тура килә.