Ауылдың йәшел сиҙәмен һағынып ҡайттыҡ тағын
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Кистән болотлап, көн йонсоулап торһа ла, байрам үтәһе таң көлөп атты. Әйтерһең дә яҡтыкүлдәрҙең яҡты уйҙарын, хистәрен, хыялдарын белеп тыуҙы ул.
Байрам сараһына килеүсе ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алды яҡтыкүлдәр. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа ауылға йәм инә, төҙөкләнә бара. Байрамға әҙерлек сиктәрендә ул тағы ла күркәмерәк төҫ алған. Бында егәрле, йыйнаҡ кешеләр йәшәгәнлеген белгертеп, ауыл урамы бөхтә итеп йыйыштырылған, кәртәләр яңыртылған. Ҡыҫҡаһы, мөһим сараға етди ҡарап, ентекле әҙерләнгән ауыл халҡы, йөҙҙәре ҡыҙарырлыҡ түгел. Шуға ла, ана, күкрәк киреп, ғорур ҡиәфәттә ҡаршылай улар ҡунаҡтарҙы. Ғорурланыр урындары ла бар шул. Ауылдан республика кимәлендә танылыу алған билдәле шәхестәр сыҡҡан. Мәҫәлән, төрлө йылдарҙа Зиннәт Муллағолов, Әсҡәт Шәмсетдинов, Мөхәмәт Ҡоломбәтов, Фәсхетдин Муллағолов, Азамат, Камил, Урал, Миндулла Ҡоломбәтовтар, Әлфиә, Әнүәр  Муллағоловтар етәксе вазифалар башҡарҙы. Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов үҙе ни тора!

Авокадо менән тултырылған кальмар
30 июля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

- Ҡырҡты уҙған, буяуы уңған...- Айзада, көҙгөнән үҙенең сал йүгергән сикәһен, күҙ төбөнә ятҡан ваҡ һырҙарҙы, һәленә төшкән эйәген күреп, моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы. Шулай итеп һиҙҙермәйенсә генә етә икән ул ҡартлыҡ. Донъя, мал, ир, бала,эш тип йүгерәһең-йүгерәһең дә... Ниндәйҙер әйләнеп сығып булмаҫ ҡуласа. Өй һалаһың, уныһының осо-ҡырыйы юҡ, өйөргә лә өйөргә... Бала таптым тиһәң, уныһының үҫкәне һайын бәләһе ҙурая... Ир тигәне тағы, башҡа сир... Мөхәббәт тип, күҙең тоноп кейәүгә сығаһың да, бер көн ҡараһаң - яныңда ҡорһаҡлы, ялтас, йыйырсыҡ баҫҡан бер ят ҡарт тора...

Тынғыһыҙ саҡтар булды Ә хәҙер тик эшләргә кәрәк, ти эшҡыуар Солтанморатовтар
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Сауҙа тармағы элек-электән кешеләр мәнфәғәтенә эшләй, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Район үҙәгендә лә сауҙа нөктәләре артҡандан-арта бара.

Теләк булһа, эш табыла
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Халыҡтың мәшғүллегенә өлгәшеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы Мәшғүллек үҙәге нигеҙҙә ике йүнәлештә эшләй: Беренсеһе – кешеләргә эш табыуҙа, икенсеһе – эш биреүселәргә кәрәкле хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙә ярҙам итеү. Район Мәшғүллек үҙәге үҙенә йөкмәтелгән был бурысты нисек тормошҡа ашыра, был тәңгәлдә ниндәй уңыштары, хәл итәһе ниндәй проблемалары бар - Үҙәктең етәксеһе Ғ.Х.Ибраһимов ошо хаҡта һөйләй.

Ҡотлайбыҙ!
30 июля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.З.Хәмитов Указы нигеҙендә "Сатурн” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Руфина Мәсәбих ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8