Асыҡ тыңлау һөҙөмтәһе
30 июля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

2014 йылдың 25 июлендә Башҡортостан Республикаһы Ғафури ра-йоны муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт) Башҡортостан Республикаһы Ғафури ра-йоны муниципаль район хакимиәтенең түбәндәге ҡарар проекттары буйынса асыҡ тыңлау үтте:

Беҙҙе бында дуҫтар көтөп торған…
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

10 июлдән 16 июлгә тиклем Башҡортостанда Ҡырым Республикаһы Белогорский районының "Шатлыҡ” балалар бейеү коллективы булып китте. Улар "Байыҡ” республика балалар телевизион бейеү бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн килгәйне. Әйткәндәй, конкурста ҡунаҡтарҙың сығышын абруйлы жюри юғары 1-се урын менән баһаланы.

Бергә үтелде ғүмер юлдары
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Оҙон-оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән  парҙар тураһында гәзитебеҙҙә йыш яҙып торабыҙ. Уларҙың яҙмыштары, әлбиттә, төрлөһөнөкө төрлөсә. Әммә һәр парҙы ғаилә бәхете тигән төшөнсә оҡшаш итә.

Яратҡан эш ялҡытмай йәки йәш фармацевт курсы
30 июля 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Бала саҡта һәр бала йә уҡытыусы, йә табип, шәфҡәт туташы булып уйнарға яраталыр. Ҡасандыр мин дә үҙемде "аҡ халатлы фәрештә” итеп күҙ алдыма килтереп, уйынсыҡ-ҡурсаҡтарымды әҙ "дауаламаным”. Әммә үҙем уколдан ҡурҡтым. Ә инде һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, ҡурҡаҡлығым еңде һәм хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып башларға тура килде. Шулай ҙа аҡ халатлыларға булған һоҡланыуым, хөрмәтем кәмемәне.

Уңыш йыйыр мәл дә етә
30 июля 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Яңы ғына яҙғы баҫыу эштәре тамамланған кеүек ине, ураҡ башланыр мәл дә етә. Районда урып йыйыу эштәренә әҙерлек нисек бара, техника етешәме, ситтән ярҙам көтөләме? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында ра-йон хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Вячеслав МАЛЫХҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8