"ГАЗель"ле булдыҡ!
30 июля 2014 йыл | Яңылыҡтар

Ошо көндәрҙә Аҡташ ауылында йәшәүсе Иҙрисовтар ғаиләһенә бәхет йылмайҙы – уларға Башҡортостан Президентының «Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе күп балалы ғаиләләргә микроавтобус биреү” тураһындағы Указына ярашлы
"ГАЗ-ель” автомобиле тапшырылды.

Асыҡ тыңлау һөҙөмтәһе
30 июля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

2014 йылдың 18 июлендә Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы, Һабай ауылы, Үҙәк урам, 14-се йорт адресы буйынса урынлашҡан ауыл клубында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең түбәндәге мәсьәләгә арналған ҡарары проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте:

Баландар ҙа илай икән… (Нәҫер)
30 июля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлеренә бер йыл ҡала атайым:
- Улым, әйҙә, баланлыҡ күрһәтәм, инәйең менән гел шул ерҙән йыйҙыҡ, гел уңа унда, - тип Ҡуҙғауылдың баш яғына алып барҙы. Эре, бешкән балан йыйҙыҡ. Ярты тоҡ балан һындырған атайым: «Хәл бөткән икән», - тип уфтанып ҡуйҙы. Мин ике тоҡ һындырҙым. Ейәнсәрҙәрем, атайымдың бүләсәрҙәре, тоҡ тотоп торҙо. Икенсе йылына (ул саҡта атайым үлгән ине инде) тоҡ алып тағы барҙым ул ҡыуаҡлыҡҡа. Балан йыйыр өсөн генә түгел, атайымдарҙы һағынып, уларҙың йөрөгән ерен, йыйған баланлыҡтарын күреп ҡайтайым, тип. Әллә нисә балан ҡыуағы, ағастары ултыра - бер генә баланы булһасы!? Юҡ.
- Ҡайҙа емешегеҙ? - тип ағастарҙан һорайым.
- Емештәребеҙ улар янында, - ти балан ағастары.

Уңғандар, тырыштар йәшәй бында
30 июля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Үткәндәрҙе иҫләп
Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Уҫман ауылын күптән килеп күрергә ниәтләнһәк тә, төрлө сәбәптәр менән сәфәребеҙ кисектерелә килде. Һәм, ниһайәт, йәмле йәй уртаһында ауылды барып күреү, уның ихлас күңелле, матур уйлы, ҡунаҡсыл кешеләре менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге тыуҙы.

Ел - дауыл бер нимәне лә аямай
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

17 июлдә район буйлап ғәрәсәт, ҡойон үтте. Был ғәрәсәттән башлыса Красноусол ауылының көньяҡ биҫтәһе зыян күрҙе. Ел-дауыл бик күп йорттарҙың ҡыйыҡтарын алып ташланы, кәртә-ҡураны емерҙе. Ғәрәсәт эҙемтәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғоловҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ-уға:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8