Үҙ ҡыйығың булыу оло бәхет
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Республикала ла, районда ла етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Мәҫәлән, былтыр ғына районда 18 социаль етем йортло булған. Быйыл да ошо йүнәлештә эш дауам иттерелә.

Ауылыбыҙҙың хөрмәтле уҙаманы ине…
16 июля 2014 йыл | Хаттар

Йәйҙең иң сағыу, матур көнөндә атайыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтғәли Әхмәҙи улы  Мөхәмәтйәнов баҡыйлыҡҡа күсте.

«Ҡояшлы ҡаласыҡ»та
16 июля 2014 йыл | Мәғариф

булһа йылылыҡ, ихласлыҡ тоя ала.
Тәүге сменала волейболсылар, шахматсылар ял иткән. Ошондай йүнәлештәге һәләтле балалар менән профессионалдар, үҙҙәренең тренерҙары эшләгән. Шулай уҡ тәүге сменала республиканың төрлө район-ҡалаларынан балалар күп булһа, әле башлыса үҙебеҙҙең район балалары йыйылған.

Кешеләр тормошон яҡшыртыу өсөн
16 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

БР Дәүләт Йыйылышы  депутаты Р.Р.Ишмөхәмәтов  республика
 парламентының яҙғы сессияһы йомғаҡтарына баһа бирә
Быйылғы яҙғы сессияла респуб-лика парламентарийҙары тарафынан төбәк ҡануниәтен камиллаштырыу йәһәтенән ярайһы ҙур күләмдә эш башҡарылды. Депутаттар үҙ алдына ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһе Башҡортостан Президенты тарафынан уның Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгәйне, ул – кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу.
Яҙғы сессия осоронда Дәүләт Йыйылышының 7 пленар ултырышы үткәрелде, уларҙа 96 закон проекты ҡаралып, 81-е закон статусы алып, ғәмәлгә инде.

“Байыҡ”тан - еңеү менән
16 июля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район һәүәҫкәрҙәренең төрлө
республика конкурстарында еңеү  артынан еңеү яулауҙарына күнегеп тә барабыҙ кеүек. Үткән аҙнала Күгәрсен районында булып үткән "Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсында ла яҡташтарыбыҙ еңеү яулап ҡайтты. 3 йәштән 15 йәшкә тик-лемге балалар араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары – Илнара Ғөбәйҙуллина менән Айназ Рафиҡовтың дуэты I дәрәжә Диплом менән баһаланды. Ә инде уларҙы бейеү серҙәренә өйрәтеүсе, район мәҙәниәт һарайы балетмейстеры Илшат Хәтим улы Хәбибуллин "Иң яҡшы етәксе” тип табылды. Яҡташтарыбыҙҙы бындай уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8