Ҡорт балы һәм һөткә мәҙхиә йырланды
27 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – умартасылыҡ бөгөн дә үҙенең бәҫен юғалтмай. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр районыбыҙ ауылдарының һәр береһендә бар тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ. Был шөғөл ситтән ҡарағанда ғына еңел кеүек тойола, әммә шифалы, хуш еҫле, татлы бал өҫтәлгә килеп ултырғанға тиклем умартасыға күпме тырышлыҡ һалырға кәрәк.

Умартасылар һөнәри оҫталыҡҡа һынау тотто
27 августа 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, 22 августа Красноусол башҡорт гимназия-интернаты базаһында республика умартасыларының XIV  һәм йәш умартасыларҙың VIII конкурсы булып үтте. Өлкәндәр араһында уҙғарылған конкурста республиканың 42 районынан 55 умартасы, уҡыусылар араһында 41 йәш умартасы ҡатнашты. Республиканың төп балсыһын асыҡлау сараһында Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" ДУ-һы директоры, БР Дәүләт Йыйылы-
шы - Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, БР Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев, Рәсәй Федерацияһы Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының
республика комитеты рәйесе Фәнил Шәйхелисламов,
район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, абруйлы ғалимдар һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Асыҡ тыңлау була
27 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

2 сентябрҙә 15.00 сәғәттә Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең "Мәжит Ғафури исемендәге ра-йон майҙанын булдырыу тураһында” ҡарары проекты буйынса асыҡ тыңлау була. Уҙғарыу урыны: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 (ултырыш залында).

Көҙгө муллыҡ байрамы
27 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

30 августа Сәйетбаба ауылы баҙарында «Бәрәкәтле булһын көҙгө муллыҡ» тигән ҙур йәрминкә уҙғарыла.

Иғтибар: балалар!
27 августа 2014 йыл | Хоҡуҡ


20 августан 17 сентябргә тиклем «Иғтибар итегеҙ: балалар!» тигән профилактик сара уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән рес-публика ЮХХДИ хеҙмәте иғлан итте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 11