Ҡырымға сәйәхәт
25 августа 2014 йыл | Хаттар

Йәйге каникулды йыл да көтөп алам, сөнки ул үҙенең көтөлмәгән бүләктәрен әҙерләп тора. Бы-йыл да тап шулай булды. Район мәғариф бүлегендә һайлау турын үтеп, Өфөлә раҫлау алғандан һуң, беҙгә (миңә һәм 3-сө мәктәптән Светлана Федороваға) Ҡырым Республикаһының Алушта ҡалаһындағы "Яр” лагерында путевка буйынса ял итеп ҡайтыу бәхете тейҙе.

Сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша
25 августа 2014 йыл | Хаттар

Бөгөнгө һүҙем сәскәләр һәм сәскә кеүек  еңгәм Рәмзиә Йәнешева тура-һында. Сәскә кеүек тигәнемә бер тамсы ла шикләнмәгеҙ. Ыҡсым ғына кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, баҫалҡы ғына еңгәм Марат ағайым менән 15 йыл татыу ғүмер итә. Улар баһадирҙай ике ул һәм ҡояштай бер ҡыҙ үҫтерә. Көн дә яҡындарын йылы һүҙе, тәмле ашы менән һөйөндөрөп торған тырыш хужабикә өй тултырып хуш еҫле гөлдәр үҫтерә, баҡсаһын емеш-еләктән өҙмәй, ә ҡул эштәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел...

Әсәй күңеле тәрән диңгеҙ
25 августа 2014 йыл | Хаттар

Ауылға ҡайтҡан һайын ҡыҙыҡһынып район гәзите "Табын”ды ҡулыма алам. Был юлы күҙем 4-се биттәге "Мәшәҡәттәргә һылтанмағыҙ” тигән мәҡәләгә төштө. Ысынлап та, яҙышырға, уйланырға ваҡыт тапмайбыҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, көн һайын гәзит биттәренә маҡтап яҙырлыҡ кешеләр, йә фәһем алырлыҡ хәлдәр бик күп. Бына минең әсәйем Разия Сәйетбаттал ҡыҙы Хәсәнованың тормош юлы ғына ла күптәргә өлгө булырлыҡ бит.

Ауылымдың дини үткәне
25 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөгөн, йәғни 23 августа Яугилде ауылында ҙур ваҡиға – иман йорто - мәсет үҙ ишектәрен аса. Ниһайәт, 81 йыл йылдан һуң ауылыбыҙҙа аҙан тауыштары яңғырай башлай. Ошо айҡанлы ауылыбыҙҙың тарихи үткәненә бер аҙ байҡау яһап алырға, дини эшмәкәрлек алып барыусы ауыл муллалары, совет власы йылдарында ла дини йолаларҙы теүәл үтәп килеүсе ауылымдың һуңғы муллаһы Ғиндулла Ғәйфулла улы Ғәлиуллин хаҡында бәйән итмәксемен.

Артылғанда алтын артылышты
25 августа 2014 йыл | ---

Кеше ғүмере  бик ҡыҫҡа һәм ғәҙәттә уны аҡҡан һыуға тиңләйҙәр. Ысынлап та, яңы ғына гөр килешеп бергә уҡып йөрөй инек, был ваҡиғаларға сирек быуаттан ашыу ғүмер уҙып та киткән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10