Биреүсенең ҡулы буш тормаҫ...
25 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

Районыбыҙҙа Украина биләмәһен ирекһеҙҙән ҡалдырып, мәжбүри күсенеп килеүселәргә ярҙам итеү бара. Луганск һәм Донецкиҙан яңыраҡ килгән ғаиләләр үҙҙәре өсөн сит-ят илдәге яңы урынға, беҙҙәге шарттарға яраҡлашырға тырышып көн итә. Тәү сиратта, әлбиттә, уларға йәшәү һәм матди йәһәттән мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Әлеге мәлдә ғафуриҙар алдында күскенселәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү бурысы тора.
Райондаштарыбыҙ араһында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡасаҡтарға ярҙам итергә теләгән мәрхәмәтле кешеләрҙең булыуы күңелде йылыта. Шулар араһында билдәле эшҡыуар Азат Фәйзулла улы Фәйзуллинды билдәләп үтергә кәрәк. Ул Украинанан мәжбүри күсенеп килеүселәргә ярҙам кәрәклеге хаҡында район гәзиттәренән уҡып белгән. Уның предприятиеһы минераль һыу ҡойоу менән шөғөлләнә һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәрен шифалы һыу менән тәьмин итә.

Һунарсылар иғтибарына!
25 августа 2014 йыл | Яңылыҡтар

Һунарсылар иғтибарына!
"Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында” БР Законына ярашлы, республиканың дөйөм файҙаланыуҙағы һунарсылыҡ ресурстарында һунар итеүгә ғаризалар түбәндәге сроктарҙа ҡабул ителә:
айыу, өлкән мышы һәм ҡоралай, 1 йәшкә тиклемге мышы һәм ҡоралай аулауға рөхсәт алыу өсөн йәрәбәлә ҡатнашыуҙы һораған ғаризалар 2014 йылдың 4 авгусынан 8 авгусына тиклем ҡабул ителә. Электрон почта аша мөрәжәғәт иткәндә ғариза (уның бланкыһы сайтта бар) имза ҡуйылып, яңынан сканерланып электрон адресҡа (saifutdinova.@ bashkortostan.ru) ебәрелергә тейеш.
Ҡабан, һыу ҡоштарын, һаҙлыҡ-болон һәм ҡыр ҡоштарын, сел, ҡурпысыҡ һ.б. аулауға рөхсәт һораған ғаризалар һунар ҡағиҙәләренә ярашлы (һунар миҙгеле асылғандан алып тамамланғансы) ҡабул ителәсәк.
И.ЙОМАҒОЛОВ,
һунарсылыҡ буйынса дәүләт инспекторы.

Яҙмыш яҙған һуҡмаҡтан
25 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

"Табын” гәзитенең төрлө йылдарҙағы мөхәррирҙәренең һәр ҡайһыһы
район, баҫма тормошонда яҡты, ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Гәзитебеҙҙең әлеге мөхәррире Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова ла гәзит менән бергә үҙе лә үҫкән, эш буйынса тәжрибә туплаған, район тормошонда ҡайнап йәшәгән, халыҡ араһында абруй, ышаныс яулаған шәхес.

Иҡтисадыбыҙ нығынһын өсөн
25 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Йылдың тәүге алты айында районда иҡтисади эшмәкәрлектең барлыҡ төрҙәре буйынса 593,9 миллион һумлыҡ эш башҡарылған һәм хеҙмәт күрһәтелгән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 106,1 процент тәшкил итә.

Ҡасаҡтарға ярҙам кәрәк
25 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Украина биләмәһен ирекһеҙҙән ҡалдырып, районыбыҙға килгән граждандарға беҙҙән ярҙам кәрәк (артабан да районға яңы күскенселәр килеүе көтөлә).
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11